Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июль 2023, 07:30

Күргәҙмәлә Украина нацистарының ҡылған енәйәттәре сағылдырыла

Өфө ҡалаһының Тарих музейында Донбасс халҡының фажиғәһенә һәм украин неонацистарының енәйәттәренә арналған “Ғәҙәти нацизм” күргәҙмәһен асыу тантанаһы була.

Күргәҙмәлә Украина нацистарының ҡылған енәйәттәре сағылдырылаКүргәҙмәлә Украина нацистарының ҡылған енәйәттәре сағылдырыла
Күргәҙмәлә Украина нацистарының ҡылған енәйәттәре сағылдырыла

18 июлдә 10:00 сәғәттә Өфө ҡалаһының Тарих музейында Донбасс халҡының фажиғәһенә һәм украин неонацистарының енәйәттәренә арналған “Ғәҙәти нацизм” күргәҙмәһен асыу тантанаһы була. Күргәҙмәне Рәсәй тарихи йәмғиәте ойоштора.

Проектты тормошҡа ашырыуҙа президент гранттары фонды, “Ватан тарихы” фонды һәм Еңеү музейы ярҙам күрһәткән. Асыу тантанаһында Рәсәй тарихи йәмғиәте рәйестәше, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Константин Ильич Могилевский һәм Рәсәй тарихи йәмғиәте идараһы рәйесе Руслан Григорьевич Гагкуев ҡатнаша.

Күргәҙмә нигеҙендә 2022 йылдың яҙында Рәсәй тарихи йәмғиәте тәҡдиме буйынса ойошторолған Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Музей-ара төркөмө йыйған экспонаттар ята. Төркөм составына илдең алдынғы музейҙары – Дәүләт тарихи музейы, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең үҙәк музейы, Еңеү музейы, Сталинград һуғышы музей-ҡурсаулығы, Рәсәйҙең хәҙергә заман тарихы Дәүләт үҙәк музейы, Тавриданың Үҙәк музейы кеүек музейҙарҙың хеҙмәткәрҙәре инә.

Төркөм ҡатнашыусылары азат ителгән биләмәләргә бер нисә экспедиция барышында Украина хәрби көстәренең боевиктары һәм неонацистик “добробаттар” ҡылған енәйәттәрҙең киң даирәһе дәлилдәрен теркәгән.

Күргәҙмәлә күрһәтелгән экспонаттар араһында НАТО илдәренең һәм милләтсел батальондарҙың ҡорал өлгөләре, шулай уҡ Киев режимының православие ғибәҙәтханаларын юҡ итеү буйынса маҡсатлы сәйәсәтен раҫлаусы әйберҙәр бар.

Фото: kulturaufa.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас