

Республикалағы 100 тапҡырҙан ашыу ҡан йәки уның компоненттарын тапшырған граждандар “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең һәр офисында бишәр мең һум күләмендәге түләүҙе рәсмиләштерә ала.
Быны рәсмиләштереү өсөн шәхесте раҫлаған документ, ҡан хеҙмәте ойошмаһынан белешмә һәм банк реквизиттары кәрәк. Аҡса банк картаһы иҫәбенә йәки почта аша 10 көн эсендә күсерелә.
Ҡан тапшырыусыларға бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны биреү мәсьәләһе быйыл майҙа Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә ҡаралғайны. Аҡсаны биреү тәртибе талаптарына ярашлы, донор 2023 йылдың 13 февраленән һуң 101-се тапҡыр ҡан тапшырырға тейеш. Әйткәндәй, республикала ошондай 154 донор бар.
Донорлыҡ – изге һәм мөһим ғәмәл. Донор ҡаны һәм уның компоненттары республикала йәшәүселәр, яраланған яугирҙәр һәм ҡайһы бер дарыуҙарҙы етештереү өсөн кәрәк.
Айһылыу НИЗАМОВА