

Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында һайлаусыларҙы, референдумда ҡатнашыусыларҙы һайлаусылар исемлегенә индереүгә ғаризалар ҡабул ителә.
Урын буйынса (барған ерҙә) тауыш биреү өсөн Күп функциялы үҙәктең офистарының береһенә шәхесте раҫлаусы документ менән алдан мөрәжәғәт итергә һәм тейешле ғаризаны тултырырға кәрәк.
2023 йылдың 26 июленән 2023 йылдың 6 сентябренә тиклем Күп функциялы үҙәк офистарында ғаризалар ҡабул ителә.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә 2023 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау үтәсәк. Һайлауҙа республиканың бәлиғ булған, шул иҫәптән 2023 йылдың 9 июненән дә һуңға ҡалмайынса төбәктә ваҡытлыса теркәлгән, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъектында даими теркәүе (пропискаһы) булмаған кешеләр ҡатнаша ала.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-347-54-54.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/mfcbashkortostan