Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Август 2023, 15:30

Республикала иң күп һайлаусылар Өфөлә йәшәй

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән һайлаусылар, референдумда ҡатнашыусылар һаны билдәле.

Республикала иң күп һайлаусылар Өфөлә йәшәйРеспубликала иң күп һайлаусылар Өфөлә йәшәй
Республикала иң күп һайлаусылар Өфөлә йәшәй

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 1 июленә ҡарата Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән һайлаусылар, референдумда ҡатнашыусылар һаны 2 994 078 кеше тәшкил иткән.

 Республиканың баш ҡалаһы Өфөлә төбәк буйынса иң күп һайлаусылар теркәлгән – 792 617 кеше.

Иң аҙ һайлаусылар Йәрмәкәй районында иҫәпләнә – 10 706 кеше.

Һайлаусылар, референдумда ҡатнашыусылар һаны тураһында мәғлүмәттәр ағымдағы йылдың 1 ғинуарына һәм 1 июленә ҡарата йылына ике тапҡыр бирелә һәм 18 йәше тулған һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән урыны буйынса теркәлгән Рәсәй Федерацияһы граждандарының дөйөм һаны тураһында мәғлүмәттәрҙән алына.

Һайлаусылар, референдумда ҡатнашыусылар һаны тураһында тулы мәғлүмәтте һайлаусылар республика Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында “Һайлаусылар һаны” бүлегендә таныша ала.

Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

#ЕДГ2023

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас