Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Август 2023, 03:30

Һайлау участкағыҙ ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме?

10 сентябрь - Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө.

Һайлау участкағыҙ ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме?Һайлау участкағыҙ ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме?
Һайлау участкағыҙ ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме?

Мәғлүм булыуынса, 10 сентябрь - Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө. Был һайлауҙа республика халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡ.

Ә һеҙ һайлау участкағыҙ ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме? Уны “Һайлау комиссиялары һәм референдум комиссиялары тураһында мәғлүмәт биреү” сервисы табырға ярҙам итәсәк – http://cikrf.ru/digital-services/naydi-svoy-izbiratel..

Адресты алдан асыҡлағыҙ: уны тауыш биреү өсөн генә белеү талап ителмәй, ә 30 августан алып участка һайлау комиссияһында урын буйынса тауыш биреү тураһында ғариза биреү, һайлаусылар исемлегендә һеҙ бармы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн дә кәрәк.

31 августан участка һайлау комиссиялары өйҙә тауыш биреү тураһында ғаризалар ҡабул итә – ғаризаны телефон аша ла бирергә мөмкин.

Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас