Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Август 2023, 08:00

Кандидаттарҙы теркәү тамамланды

10 сентябрь - Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө.

Кандидаттарҙы теркәү тамамландыКандидаттарҙы теркәү тамамланды
Кандидаттарҙы теркәү тамамланды

2023 йылдың 2 авгусына ҡарата Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа бер мандатлы округтар буйынса 234 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән үҙ-үҙен күрһәтеү юлы менән - биш кандидат һәм ете сәйәси партиянан 229 кандидат.

Бөтә 55 округта ике партия – “Берҙәм Рәсәй” һәм ЛДПР, “Яңы кешеләр” – 42 округта, КПРФ – 41 округта; “ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ПАТРИОТТАР – ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН” 34 округта ҡатнаша. Ике партия бер округта – “Рәсәй экологик партияһы “ЙӘШЕЛДӘР” һәм “ВАТАН” партияһы.

Шулай уҡ сәйәси партияларҙың республика исемлектәрен теркәү ҙә тамамланған.

 1 авгусҡа ҡарата берҙәм округ (Башҡортостан Республикаһы) буйынса дөйөм һаны 627 кандидат булған биш сәйәси партия исемлеге теркәлгән:

"Берҙәм Рәсәй" - 164 кеше,

ЛДПР – 113 кеше,

“Яңы кешеләр” – 152 кеше;

“ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ПАТРИОТТАР - ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН” - 105 кеше;

КПРФ – 93 кеше.

Мәғлүм булыуынса, 10 сентябрь - Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө. Был көндө республика халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлаясаҡ.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас