Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2023, 07:00

53 районда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтә

Әле ғәмәлдә теркәлгән кандидаттар 14034 кеше, шул иҫәптән...

53 районда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтә53 районда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтә
53 районда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтә

2023 йылдың 10 сентябрендә - Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙан тыш, Башҡортостан Республикаһының 53 районы биләмәһендә урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтәсәк (777 кампания).

Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек Советы депутаттарын һайлау (19 мандат).

Приют ҡасабаһы һәм Шишмә ҡасабаһы биләмәләре Советтары депутаттарын һайлау (30 мандат).

Ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау – 772 кампания (6973 мандат).

Белорет ҡалаһы биләмәһе Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау - ике кампания (өс мандат).

7025 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш.

Әле ғәмәлдә теркәлгән кандидаттар 14034 кеше, шул иҫәптән үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә һайлауҙарҙа ҡатнашҡан 3011 кандидат һәм һигеҙ сәйәси партиянан 11023 кандидат.

Был партиялар вәкилдәре: “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” – 6906 кандидат, ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН – 1774, КПРФ – 907, ЛДПР – 740, “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партия – 277, ПЕНСИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ – 252, “ЯҢЫ КЕШЕЛӘР” – 151, “Граждандар Платформаһы” – 16.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас