Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2023, 13:45

Инвалидтарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу ҡаралды

Һайлауға әҙерлек барышында инвалидтарҙың һайлау хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса һайлау комиссияларының әҙерлеге ҡаралды

Инвалидтарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу ҡаралдыИнвалидтарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу ҡаралды
Инвалидтарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу ҡаралды

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, комиссия секретары Марина Долматова видеоконференция режимында Инвалид граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Эш төркөмө ултырышында ҡатнашты.

Сарала шулай уҡ Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһының Эш төркөмө ағзаһы, “Рәсәй инвалидтар спорт союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Флүр Нурлығаянов, “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, “Бөтә Рәсәй Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы һуҡырҙар йәмғиәте” Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Галина Бычкова, Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте вице-президенты, “Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина.

Ултырыш барышында инвалид граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүҙең төрлө аспекттары тикшерелде. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау процесын ойоштороу үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты.

Һайлауға әҙерлек барышында инвалидтарҙың һайлау хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса һайлау комиссияларының әҙерлеге тураһында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы, Эш төркөмө рәйесе урынбаҫары Николай Левичев һөйләне.

Воронеж өлкәһе һайлау комиссияһы рәйесе Илья Иванов үҙенең сығышында Мобиль һайлау комиссияһы проектын инвалидтарға  мәғлүмәт еткереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ултырыш тамамланғас, 2023 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһында үткән һайлауҙарҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың әүҙем һәм пассив һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алыштылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 сентябрҙә республика халҡы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм урындарҙағы Советтарға депутаттар һайлаясаҡ. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-лә ишектәрен аса һәм киске 9-ға тиклем граждандарға һайлау мөмкинлеге бирелә. 

Һайлауҙа ҡатнаш!

Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас