Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2023, 17:10

49 районда һайлаусыларҙың әүҙемлеге 50 проценттан ашыу тәшкил иткән

Тауыштарҙы иҫәпләү ҙә бер нисә этаптан тора, һәр этап тамамланғас, протоколдарҙың тейешле юлдары һәм уларҙың ҙурайтылған формалары тултырыла.

49 районда һайлаусыларҙың әүҙемлеге 50 проценттан ашыу тәшкил иткән49 районда һайлаусыларҙың әүҙемлеге 50 проценттан ашыу тәшкил иткән
49 районда һайлаусыларҙың әүҙемлеге 50 проценттан ашыу тәшкил иткән

Башҡортостан Республикаһында Берҙәм тауыш биреү тамамланды. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 20.00  сәғәткә мәғлүмәттәр буйынса 1 миллион 430 мең 87 һайлаусы тауыш биргән, был исемлеккә индерелгәндәрҙең 47,8 процентын тәшкил итә. Был хаҡта 10 сентябрҙә брифингта Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итте.

– 49 районда һайлаусыларҙың әүҙемлеге 50 проценттан ашыу тәшкил итте, шуларҙың 12-һендә – 70 проценттан ашыу. Әлеге ваҡытта бөтә һайлау участкаларында һайлау процесында ҡатнашыусылар өсөн берҙәм тауыш биреү көнөнөң күптән көтөлгән этабы – дөйөм һайлау һөҙөмтәләренең нигеҙе булған тауыштарҙы иҫәпләү башлана. Тауыштарҙы иҫәпләү ҙә бер нисә этаптан тора, һәр этап тамамланғас, протоколдарҙың тейешле юлдары һәм уларҙың ҙурайтылған формалары тултырыла, – тине Башҡортостандарҙың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары.

Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас