Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2023, 07:20

Һайлауға әҙерлек тыныс барҙы

Өфөлә “Һайлау-2023” Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәрирре Вәдүт Исхаҡов сығыш яһап, Үҙәк эше һәм һайлауға ҡағылышлы фекере менән уртаҡлашты.  

Һайлауға әҙерлек тыныс барҙыҺайлауға әҙерлек тыныс барҙы
Һайлауға әҙерлек тыныс барҙы

Өфөлә “Һайлау-2023” Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәрирре Вәдүт Исхаҡов сығыш яһап, Үҙәк эше һәм һайлауға ҡағылышлы фекере менән уртаҡлашты. Уның белдереүенсә, партиялар берҙәмлек күрһәтә, сөнки ковид, махсус хәрби операция кеүек ваҡиғалар бөтәһен дә тупланы.

– Бындай матбуғат үҙәге Рәсәйҙә беренсе булып Башҡортостанда ойошторолдо һәм беҙҙең тәжрибәне башҡа төбәктәр ҙә өлгө итеп алды. Журналистар һәр ваҡыт һайлауҙа ҡатнаша. Әле лә залда беҙҙең журналистар һеҙҙең менән берлектә брифингтар үткәрә. Йәғни бөгөнгө сара - беҙҙең дөйөм эш. Шуға ла хеҙмәттәштәремә уңышлы эш көнө теләйем.

Быйыл беҙҙең сәйәси партиялар был һайлауҙарға тотороҡло килде. Партиялар берҙәмлек күрһәтә, сөнки ковид, махсус хәрби операция – был ваҡиғалар бөтәһен дә тупланы. Шуға ла партиялар төрлө булһа ла, ошо бер маҡсат менән барабыҙ.

Алдағы һайлауҙар менән сағыштырып ҡарағанда, был һайлауға әҙерлек күпкә тыныс барҙы. Беҙҙе бөгөнгө маҡсаттарыбыҙ, килеп тыуған ауырлыҡтар берләштерә. Бөгөн бөтә ил Рәсәй Президенты эргәһендә тупланырға һәм яуызлыҡты еңергә тейешбеҙ, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.

Шулай уҡ ул алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының эше тураһында ла фекере менән уртаҡлашты.

– Ысынлап та, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына республиканың барлыҡ журналистары исеменән рәхмәт белдерәм. Уларҙың эшләү ваҡыты ҡурҡыныс ковид һынауҙар осорона тура килде. Алтынсы саҡырылыш депутаттары ковидҡа бәйле килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тиҙ ҡарарҙар ҡабул итте. Махсус хәрби операция тураһында әйтеп тормағанда инде. Йәғни улар һынатманы. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына ла эшләүе еңелдән булмаясаҡ. Бөтәһенә лә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ, – тине ул.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас