Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2023, 04:40

Һайлауҙа Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәре эшләй

Беҙҙең алда ҙур бурыс тора.

Һайлауҙа Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәре эшләйҺайлауҙа Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәре эшләй
Һайлауҙа Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәре эшләй

Бөгөн таңғы сәғәт 7-лә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән республикала һайлау участкаларында тауыш биреү башланды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн, Өфөлә Берҙәм тауыш биреү көнөндә “Һайлау-2023” йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй. Унда һайлау барышы тураһында мәғлүмәттәр килә.

“Һайлау-2023” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә тәүге спикер, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, бөгөн һайлау барышын 6,5 мең күҙәтеүсе күҙәтәсәк, шулай уҡ территориаль һайлау комиссияларында 69 кеше, ике мобиль төркөм булдырылған.

–  Бөгөн беҙҙең алда ҙур эш тора. Был майҙансыҡ яңы түгел, ә 2018 йылдан Рәсәй Йәмәғәт палатаһы тарафынан булдырылды. Уға ярашлы, төбәк Йәмәғәт палаталары үҙҙәренең вәкилдәрен барлыҡ кимәлдәге һайлауҙар барышында һайлау участкаларына ебәреү хоҡуғын алды. Шул ваҡыттан Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы участкалар ойоштора. Бөгөн дә беҙ һайлау барышын нисек бар шулай яҡтыртасаҡбыҙ. Һайлау участкаларына ла сығасаҡбыҙ.  Беҙҙең йәмәғәт күҙәтеүселәренең барлыҡ мәғлүмәте ошонда киләсәк. Республикала 6,5 мең күҙәтеүсене әҙерләнек, июль - августа урынға сығып уҡыуҙар ойошторҙоҡ. Уларҙың бөтәһе лә иртәнге сәғәт 7-лә үҙҙәренең һайлау участкаларында эшкә тотондо. Территориаль һайлау участкалрында беҙҙең 69 йәмәғәт күҙәтеүсебеҙ эшләй. Ике мобиль төркөм булдырылған. Беҙ һайлаусыны нимә борсоғанын белергә тейеш, барлыҡ мәғлүмәт ошонда әйтеләсәк. Мәжбүри тотҡан урындарҙа, дауаханаларҙа тауыш биреү барышы тураһында мәғлүмәтте лә беләсәкбеҙ. Беҙҙең алда ҙур эш тора,  – тине Лида Сәғит ҡыҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас