Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2023, 14:20

Башҡортостандар 100 процент тауыш биргән

Ә Сәймә Зиннәтова комиссияны мейестә бешергән ҡоймаҡтары һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршы алған.

Башҡортостандар 100 процент тауыш биргәнБашҡортостандар 100 процент тауыш биргән
Башҡортостандар 100 процент тауыш биргән

Һеҙ республикала Асҡын районында Башҡортостан тип аталған ауыл барлығын беләһегеҙме? Бына ошо ауыл кешеләре бөгөн иртәнге 8-ҙә Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы 916-сы һайлау участкаһына килгән һәм 100 процентлыҡ тауыш биреүҙе тәьмин иткән.

Ә Сәймә Зиннәтова өйөндә тауыш биргән. Бөгөн уның ғүмеренә икеләтә байрам – тауыш биреү көнө тыуған көнө менән тура килгән. Комиссияны ул мейестә бешергән ҡоймаҡтары һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршы алған. Ул ихлас күңелдән һәр бюллетенде өйрәнгән һәм илгә именлек теләп күсмә урнаға үҙенекен төшөргән.

– Был ауыл халҡы һәм һайлау кампанияһы ваҡытында әүҙемлек күрһәтә, ихлас тауыш бирә, – тине 916-сы УИК рәйесе Илүсә Хәмзә ҡыҙы.

Фото: "Аскинская новь". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас