+21 °С
Болотло


Башҡортостанда тауыш биреү дауам итә. Унда кешеләр ғаиләләре менән бергә килә. Айырыуса өлкән йәштәге кешеләр әүҙемлек күрһәтә. Участка комиссия ағзалары уларҙы һәр ваҡыт ҡыуанып ҡаршы ала.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2-се гимназияла урынлашҡан 702-се һайлау участкаһына Юлдашевтар ғаиләһе килгән. Таһир Харис улына 87 йәш тулһа, ҡатыны Рима Абдрахман ҡыҙына – 85. Улар бергә 66 йыл йәшәгән һәм һәр саҡ бергә тауыш бирәләр.
Фото: "Стерлитамакский рабочий"