Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2023, 08:15

Көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 16,89 проценты тауыш биргән

Берҙәм тауыш биреү ойошҡан һәм тыныс бара.

Көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 16,89 проценты тауыш биргәнКөндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 16,89 проценты тауыш биргән
Көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 16,89 проценты тауыш биргән

Республика халҡы һайлау кампанияһына һәр ваҡыттағыса яуаплы ҡарай. Был юлы ла Берҙәм тауыш биреү ойошҡан һәм тыныс бара. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдереүенсә, иртәнге сәғәт 10-ға 191393 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашып өлгөргән, йәғни был республикала йәшәгән һайлаусыларҙың 6,4 процентын тәшкил итә. Әйткәндәй, 2018 йылда ошо уҡ ваҡытҡа күрһәткес 6,31 процентҡа тиң булған.

Ә инде көндөҙгө сәғәт 12-гә Башҡортостанда һайлаусыларҙың 16,89 проценты тауыш биргән. Был хаҡта Өфөләге “Һайлауҙар-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙилов хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 10 сентябрҙә, Башҡортостан халҡы вәкәләттәре биш йыл дауам итәсәк VII саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат һайлай. Бынан тыш, Берҙәм тауыш биреү көнө сиктәрендә Межгорье ябыҡ административ округы, Шишмә һәм Приют ҡасабалары, шулай уҡ төбәктең ҡайһы бер ауыл биләмәләре советтарына урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлай.

Һайлаусы, һеҙҙе участка һайлау комиссияларында көтәләр!

Автор фотолары.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас