

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 230 мең кеше теркәлгән, улар һайлау хоҡуғына эйә. Был хаҡта 2023 йылдың 1 июленә ҡарата “Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә социаль фонд мәғлүмәттәренә һылтанып Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко хәбәр итте. Спикер аңлатыуынса, уларҙың 8,5 меңе – күреү, 13 мең самаһы ишетеү буйынса инвалид.
– Республиканың 1600 һайлау участкаһы пандустар, 1200 персонал саҡырыу төймәләре менән йыһазландырылған һәм 852 участка ваҡытлыса түшәмдәр менән тәьмин ителгән. Участкаларҙың 89 проценты беренсе ҡатта һәм 11 проценты юғарыраҡ урынлашҡан, – тип өҫтәне ведомство вәкиле.
Фото: Башинформ.