Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2023, 14:40

Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем

Бер ғаилә урмандан бәшмәктән ҡайтып барышлай, тура үҙ участкаһына инеп, тауыш биреп сыҡҡан.

Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙемЯңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем

“Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлау дауам итә. Һайлаусылар ғаиләләре, тотош хеҙмәт коллективтары менән килә, үҙ-ара аралаша”, - тип хәбәр итә Яңауыл районының Территориаль һайлау комиссияһы.

Ололарҙың әүҙемлеге аңлашыла, сөнки улар – һайлауға барып, гражданлыҡ бурысын үтәүҙе оло яуаплылыҡ тип һанап үҫкән быуын. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең әүҙемлеге һоҡландыра, тип билдәләй яңауылдар. Традицияға тоғро ҡалып, иң оло йәштәгеләргә лә, тәүге тапҡыр һайлауға килгән йәштәргә лә бүләктәр тапшырыла.

Орловка ауылынан Ҡотләхмәтовтар ғаиләһе бер һайлауҙан да ҡалмай, был сәйәси сараға ғаилә менән тулы составта барыуҙы матур традицияға әйләндергән. Улар 3439-сы участкала тауыш биргән.

Зилә менән Илдар Ғәбдрәшитовтар ҙа һайлауҙа ҡатнашыуҙы мотлаҡ тип һанай. Улар был юлы өс йәшлек улдары Илнар менән килгән.

Һайлау комиссияларында билдәләүҙәренсә, кешеләр хатта эш араһында ваҡыт табып, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Мәҫәлән, бер ғаилә, урмандан бәшмәк йыйып ҡайтып барышлай, тура үҙ участкаһына инеп, тауыш биреп сыҡҡан.

Фотолар: Яңауыл районы хакимиәте һәм “Янаульские зори” гәзите.

Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Яңауылда ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас