Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2023, 18:20

Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?

Туймазы районынан ялға ҡайтҡан ирҙең ялы ҡыуаныслы ваҡиға менән бергә тура килгән. Ул дүртенсе тапҡыр атай булған. Ҡатыны менән улар 17, 12 һәм 8 йәшлек ҡыҙҙар тәрбиәләгән, ә 1 сентябрҙә улы Тимур тыуған.

Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?
Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?

Әлеге ваҡытта өйҙәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған махсус хәрби операция яугирҙәре лә бөгөн гражданлыҡ бурысын үтәгән һәм тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.

"Руша" позывнойлы яугир Асҡын районының Яңы Ҡара ауылынан. Былтыр ул өлөшләтә мобилизация барышында МХО-ға китә һәм үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә, Суворов миҙалы менән наградлана. Ул ялда булһа ла тауыш бирергә бара һәм балаларының киләсәге өсөн тауыш бирә.

– Мин илебеҙҙең киләсәгенә ышанам, һәр граждан һайлауҙа ҡатнашырға тейеш тип иҫәпләйем. Был беҙҙең илебеҙҙең, төбәгебеҙҙең һәм райондың киләсәге, – тине ул.

Ә бына Ишембай районы яугире әйтеүенсә, элек ул һайлауға бик йөрөмәгән, тик махсус хәрби операцияла ҡатнашыу уның ҡараштарын үҙгәрткән.

– Патриотлыҡ Тыуған илде алышта яҡлау менән генә сикләнмәй. Был бик күп ҡырлы әйбер һәм шул иҫәптән тауыш биреүҙә ҡатнашыу ҙа инә, – тигән ул.

Туймазы районынан ялға ҡайтҡан ирҙең ялы ҡыуаныслы ваҡиға менән бергә тура килгән. Ул дүртенсе тапҡыр атай булған. Ҡатыны менән улар 17, 12 һәм 8 йәшлек ҡыҙҙар тәрбиәләгән, ә 1 сентябрҙә улы Тимур тыуған.

– Мобилизацияға тиклем мин машинист булып эшләнем, әле хәрби белгеслегем – гранатометчик. Балаларымдың бала сағы бәхетле һәм күк йөҙө тыныс булһын тип хыялланам. Бының өсөн иптәштәрем менән илебеҙ һәм республикабыҙ ярҙамында тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлайбыҙ. Ә бөгөн ҡануниәт кимәлендә республикабыҙҙы көслөрәк итәсәк кешеләр өсөн тауыш бирәм, - тине ул.

Хәйбулла районы кешеһе, “Сармат” позывнойлы Салауат Юлаев батальоны яугире лә тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Һайлауҙан ул ситтә ҡала алмаған.

“Ялдамын, илемдең патриоты булараҡ был мөһим көндә өйҙә ятып ҡала алманым. Илебеҙҙең киләсәгенә ышанам, һәр граждан тауыш биреүҙә ҡатнашырға тейеш тип иҫәпләйем”, – тине яугир.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеп “Изгелек кәрзине” акцияһы ойошторола. Ауыл халҡы тауыш биргәс, ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан участканан китергә ашыҡманы, ә акцияла әүҙем ҡатнашты. Улар изге теләктәр менән хаттар, гуманитар ярҙам алып килгән.

Көйөргәҙе районының Яманһар ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Илдар А. һайлау участкаһына ҡатыны менән бергә килгән.

– МХО-ға былтыр көҙ өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылғайным. Әле өйҙә ялдамын. Ул оҙон түгел, ошо ваҡыт эсендә мөмкин булғанса ғаиләмә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ярҙам итәсәкмен. Ә бөгөн бар эштәрҙе ситкә ҡуйып, тауыш бирергә килдек, – ти яугир.

Һайлау участкаһында офицерҙы бик йылы ҡаршы алалар. Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова менән район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Азамат Сәйфуллин уға бүләккә термос тапшырған. Ҡайнар сәй МХО биләмәһендә уға тыуған яғын хәтерләтер тигән теләктә улар.

Фотолар "Куюргаза", "Хайбуллинский вестник", "Аскинская новь", "Восход".

Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?
Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?
Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?
Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?
Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?
Яугирҙәр нисек тауыш бирҙе?
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас