Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Сентябрь 2023, 14:25

"Барыһына ла рәхмәт!"

Радий Хәбиров уҙған һайлауҙарға йомғаҡ яһаны. 

"Барыһына ла рәхмәт!""Барыһына ла рәхмәт!"
"Барыһына ла рәхмәт!"

11 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары тикшерелде. Был хаҡта тулыраҡ төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне.

10 сентябрҙә республикала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, шулай уҡ ауыл биләмәләре депутаттарын һайлау уҙҙы, тип хәбәр итте ул. Һайлауға килеү 51,82 процент тәшкил иткән.

Һайлау буйынса бюллетендәрҙең 97 процентын эшкәртеү йомғаҡтары буйынса “Берҙәм Рәсәй” – 68,96 процент, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы – 11,68 процент, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы – 7,77 процент, “Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн” – 7,35 процент, “Яңы кешеләр” 3,4 процент алды. Бер мандатлы округтар буйынса “Берҙәм Рәсәй” - 46, КПРФ - 2, “Ғәҙел Рәсәй - дөрөҫлөк өсөн” - 1, “Яңы кешеләр” - 1, “Йәшелдәр” - 1 һәм үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр 4 мандат алды.

Үткән һайлауҙар 2023 йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы булды, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Беҙ башҡарырға тейеш беренсе нәмә – ул тауыш биреүҙә ҡатнашҡан Башҡортостан халҡына рәхмәт әйтеү. Шул уҡ ваҡытта беҙ башҡа сәйәси көстәр өсөн тауыш биргән һәр кешегә рәхмәт белдерәбеҙ. Төбәк бүлексәһе секретары булыуымды һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙән булыуымды беләһегеҙ. Әммә беҙ һайлауға килгән кешеләргә, уларҙың кемде һайлауына ҡарамаҫтан, рәхмәт белдерәбеҙ. Был бик дөрөҫ.

Икенсеһе. Халыҡтың 50 проценттан ашыуы тауыш бирергә килгән. Ғәҙәттәгесә, электораль традиция буйынса тауыш биреүҙең юғары кимәле ауыл райондарында билдәләнә. Әммә шул уҡ ваҡытта ҙур ҡалалар ҙа әүҙем ҡатнашты тип әйтә алам. Парламентыбыҙҙың йәмғиәтебеҙҙең структураһын мөмкин тиклем сағылдырыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине ул.

Радий Фәрит улы һайлау һөҙөмтәләре буйынса ла фекерен әйтте.

– Бында “Берҙәм Рәсәй”ҙең еңеп сығыуы аңлашыла. Кем һәм нисек ҡатнашыуы тураһында фекер йөрөтөү минең эшем түгел. Был эште политологтар башҡарасаҡ. Шуны әйтә алам: “Берҙәм Рәсәй” кешеләр күҙенә ғәҙел ҡарай ала, сөнки ул бөтә ҡатмарлы осорҙа ла кешеләр эргәһендә булды. Улар – “Берҙәм Рәсәй”ҙең ирекмәнлеге, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам, коронавирусҡа ҡаршы көрәштә мохтаждарға ярҙам итеү. Был тауыш биреүҙә лә сағылды, – тине ул. – Мин, һис шикһеҙ, һайлау кампанияһында ҡатнашҡан барлыҡ сәйәси көстәргә, сәйәси партияларға рәхмәт белдерәм. Һәр һайлауҙың конфликт һәм ауыр конкуренция булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла аҡыллы ҡараш һәм сәйәси грамоталылыҡ йәһәтенән юғары кимәлдә булыуын күрһәтте. Бының өсөн ҙур рәхмәт.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ул парламентта партияларҙың киң спектры тәҡдим ителеүенә шат.

– Һис шикһеҙ, был Рәсәй Федерацияһында көстәрҙең дөйөм сәйәси ҡуйылышын сағылдыра. Бөтә парламент партиялары ла республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа тәҡдим ителгән. Һайланған бөтә депутаттарға ла уңыштар теләйбеҙ. Беҙҙә 50 проценттан ашыуға яңыртылыу хаҡында әйткәйнем инде. Байтаҡ сағыу ҡыҙыҡлы кешеләр барлыҡҡа килде. Яңы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының беренсе ултырышы 2023 йылдың 5 октябрендә була, тигән документҡа ҡул ҡуйҙым, – тине ул.

Етәксе бөтә һайлау комиссиялары системаһына һәм Үҙәк һайлау комиссияһына, уның етәксеһенә, бөтә структураларға, хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт әйтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас