Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Сентябрь 2023, 15:10

Ярҙам саралары 37-гә етте

Балаларҙы йәшәү урынына иң яҡын балалар баҡсаларына күсереүгә өҫтөнлөк биреү.

Ярҙам саралары 37-гә еттеЯрҙам саралары 37-гә етте
Ярҙам саралары 37-гә етте

Башҡортостанда махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республика яңы ярҙам саралары ҡабул итте. Хәҙер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса ғәмәлдәге саралар исемлеге 37-гә тиклем арттырылды.

Был яңы ярҙам саралары исемлеге:

– коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡытында түләнмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү;

– гранттар алыуҙа эшмәкәрлектең план күрһәткестәренә өлгәшмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү;

– “Башҡортостан Республикаһының Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр биреү;

– балаларҙы йәшәү урынына иң яҡын балалар баҡсаларына күсереүгә өҫтөнлөк биреү;

– физкультура-спорт ойошмаларына беренсе сиратта ҡабул итеү хоҡуғын биреү;

– мәҙәниәт һәм күңел асыу өлкәһендәге ойошмаларға льготалы йөрөү хоҡуғын биреү.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына түбәндәгеләр ҡарай:

– уның менән теркәлгән никахта торған ир (ҡатын);

– эшкә яраҡһыҙ йәштәге (уллыҡҡа алыусылар) ата-әсәләре;

– эшкә яраҡһыҙ йәштәге олатай һәм (йәки) өләсәй, әгәр улар уны ата-әсәһе булмау сәбәпле өс йылдан кәм булмаған ваҡыт тәрбиәләгән һәм (йәки) аҫраған булһа;

– эшкә яраҡһыҙ йәштәге үгәй ата һәм (йәки) үгәй әсә, әгәр улар уны биш йылдан кәм булмаған ваҡыт тәрбиәләһә һәм (йәки) аҫраһа;

– бәлиғ булмаған балалар,

– 18 йәшкә тиклем инвалид булып ҡалған18 йәштән өлкән балалар;

– белем биреү ойошмаларында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалар.

Тейешле документты республиканың Ғаилә, хеҙмәт Һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләгәндәр (https://t.me/mintrud_rb), (https://t.me/mintrud_rb), шулай уның менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында ҡарарға мөмкин (https://npa.bashkortostan.ru/39761/).

Фото сығанағы: Башҡорт батальоны.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас