Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Сентябрь 2023, 14:00

Ошо ҡатынды эҙләйҙәр

Ул банктан 15 миллион һум аҡса урлауҙа шик аҫтына алынған.

Ошо ҡатынды эҙләйҙәрОшо ҡатынды эҙләйҙәр
Ошо ҡатынды эҙләйҙәр

Башҡортостанда полиция 15 миллион һум самаһы аҡса урлауҙа ғәйепләнгән банк хеҙмәткәрен эҙләү тураһында иғлан итте

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы 15 миллион һум самаһы аҡса урлауҙа шиккә алынған 1963 йылғы Тахаутдинова Лилиә Вәғиз ҡыҙын эҙләй. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, кредит-финанс ойошмаларының береһенең юридик шәхестәргә операция хеҙмәтләндереүе төркөмө етәксеһе банк клиенттарының һәм үҙенең таныштарының аҡсаһын алдаҡ юл менән үҙләштерә.

«27 сентябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының тәфтиш идаралығы айырыуса ҙур күләмдә аҡсаны үҙләштереү йәки тотоноу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатты. Банк вәкилдәренең ғаризаһы буйынса үткәрелгән тикшереү барышында юридик шәхестәргә операциялар башҡарыу төркөмө етәксеһе — Өфөлә йәшәүсе 1963 йылғы ҡатындың бер нисә граждандан ҙур сумма аҡса алыуы асыҡланды. Ул аҡсаны килем проценты арттырылған банк проекттарына һалырға вәғәҙә итә, әммә алынған аҡсаны банк кассаһына индермәйенсә үҙләштерә. Әлеге ваҡытта булған мәғлүмәттәр буйынса, дүрт гражданға килтерелгән зыян суммаһы 15 миллион һум самаһы тәшкил итә», — тип хәбәр иттеләр "Башинформ"ға БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әле енәйәттең сәбәптәре, зыян күреүселәр һаны һәм килтерелгән зыян күләме асыҡлана.

Эҙләнеүсенең билдәләре: 55-60 йәштәрҙә, буйы 170 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, зәңгәр күҙле, тура ҡыҫҡа сәсле. Ҡара-зәңгәр өҫ кейеме, ҡара классик салбар, аҡ күлдәк, ҡара жилет кейгән, үҙе менән көрән төҫтәге сумка йөрөтә.

«Әгәр Лилиә Тахаутдинованың ҡайҙалығын белһәгеҙ, һеҙҙән был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часы телефоны: 8 (347) 279-39-02, БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны буйынса 8 (347) 279-32-92 йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствола граждандарға.

Башинформ. 

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас