Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Октябрь 2023, 14:00

Өс вазифалы кеше эшенән бушатылды

Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. 

Өс вазифалы кеше эшенән бушатылдыӨс вазифалы кеше эшенән бушатылды
Өс вазифалы кеше эшенән бушатылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдиновты, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинды һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровты вазифаларынан бушатыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уларҙың барыһы ла республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары итеп һайланыуға бәйле вазифаларынан китә. Төбәк башлығы указдары 4 октябрҙә көсөнә инде.

Фәрит Ғүмәров, Илшат Тажетдинов һәм Айбулат Хажин парламентта “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһын күрһәтәсәк. Илшат Тажетдинов кандидатураһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәҡдим ителде. Айбулат Хажиндың – Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса парламент комитетын, ә Фәрит Ғүмәровтың Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетын етәкләүе планлаштырыла.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, республиканың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин - Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарасаҡ, ә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын – Кирилл Первов.

Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” Башҡортостандан сенатор итеп Ирек Ялалов урынына Благовещен район хакимиәте башлығы Олег Головты тәҡдим итә. Ошо көндәрҙә район депутаттары уның ваҡытынан алда отставкаға китеүен ҡабул итте һәм башлыҡ урынбаҫары, бизнес-шәриф Анна Карабанованы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

Фото: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас