Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Октябрь 2023, 09:30

Республика Башлығы яңы саҡырылыш депутаттарын ҡотланы

Һәм уларҙың төп бурыстарын билдәләне.

Республика Башлығы яңы саҡырылыш депутаттарын ҡотланыРеспублика Башлығы яңы саҡырылыш депутаттарын ҡотланы
Республика Башлығы яңы саҡырылыш депутаттарын ҡотланы

5 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе депутаттарҙы парламенттың яңы составында эш башлауҙары менән ҡотланы, закондар сығарыу эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.

 “Хәйерле көн, хөрмәтле депутаттар! Бөгөн барыбыҙ өсөн дә мөһим көн.

Һайлауҙар эш мөхитендә, үҙ-ара ихтирам һәм ғәҙел сәйәси көрәш шарттарында үтте. Бөгөнгө сәйәси ысынбарлыҡта бергә эшләүҙең мөһимлеген аңлаған өсөн бөтә сәйәси көстәргә рәхмәт белдерәм.

Үткән саҡырылыш эшмәкәрлеге ауыр ваҡытҡа тура килде. Алтынсы саҡырылыш Ҡоролтайҙың бөтә сәйәси көстәренең төплө позицияһы республика халҡы мәнфәғәтендә команда эшенең яҡшы өлгөһөнә әүерелде.

Тәүге саҡырылыштар баҙар иҡтисадына күсеү шарттарында яңыртылған Башҡортостан ҡануниәтенең һөлдәһен формалаштырҙы. Артабанғы саҡырылыштар уны федераль саҡырылыштарға ярашлы итте, илде һәм республиканы нығытты.

Һеҙҙең бурыс – республиканың киләсәк үҫешенең ҡануни нигеҙҙәрен камиллаштырыу.

Булдырылған базаға, һуңғы йылдарҙағы мөһим ҡаҙаныштарға таянып, Беҙ Башҡортостан 3.0 төҙөлөшөнә күсәбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең идара итеү командаһы бөгөн республиканың 2030 йылға тиклемге үҫеш йүнәлештәрен планлаштыра. Етенсе саҡырылыштың "биш йыллығы" 2028 йылда тамамланасаҡ, тимәк, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың киләсәге контурҙарын формалаштырырға, артабан алдыбыҙға ҡуйылған ышаныслы аҙымдар менән барырға тейешбеҙ.

Дәүләт Йыйылышына үҙ эш төркөмөн булдырырға тәҡдим итәм. Беҙ һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе стратегик пландар өҫтөндә эшләүҙә мотлаҡ иҫәпкә аласаҡбыҙ. Күптәрегеҙ үҙ биләмәләрендә оҙаҡ эшләй, урындағы әүҙемселәр, төркөмдәр һәм берләшмәләр менән тығыҙ аралаша. Кешеләр һеҙҙе белә, хөрмәт итә, тыңлай. Хөрмәтле депутаттар, һеҙҙән был йүнәлеште артабан үҫтереүегеҙҙе һорайым.

Кешеләрҙе инициативалы бюджетлау проекттары тураһында фекер алышыуға һәм тормошҡа ашырыуға әүҙемерәк йәлеп итергә, “Аныҡ эштәр” һәм “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” кеүек проекттарға яңы һулыш өрөргә кәрәк. Шулай уҡ “Башҡорт ихаталары”, “Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү”, “Подъездарҙы ремонтлау” һәм башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоуға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Һәр тотонолған бюджет һумы файҙа килтерергә тейеш. Һайлаусыларҙың наказдарын, халыҡтың фекерҙәрен һәм теләктәрен иҫәпкә алып, проекттарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр көтәбеҙ.

Һеҙҙе ҡатмарлы эҙмә-эҙлекле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә федераль коллегаларығыҙҙы – Дәүләт Думаһы депутаттарын йышыраҡ йәлеп итергә саҡырам.

Киләһе йылда беҙгә мөһим һайлау кампанияларын – тәү сиратта, яҙғыһын Рәсәй Президентын һайлауҙы, шулай уҡ көҙгөһөн республика Башлығын, район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙы лайыҡлы үткәрергә тура киләсәк. Төп бурысыбыҙ – илде, иҡтисадыбыҙҙы, оборона ҡеүәтен нығытыуға, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән курсты дауам итеү.

Һеҙҙең ҡараштарығыҙҙы, партия һәм сәйәси платформағыҙҙы ихтирам итеүгә ҡарамаҫтан, хәҙер беҙҙә бер партия һәм бер фракция – Рәсәйҙе һәм уның киләсәген һаҡлау партияһы, Башҡортостанды үҫтереү фракцияһы бар, тип иҫәпләйем. Тап һеҙҙең саҡырылышҡа балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ йәшәйәсәк “Башҡортостан 3.0”-ға  нигеҙ һалырға тура киләсәк.

Яңы саҡырылышҡа уңыштар теләйем!” – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас