

Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе пленар ултырышында депутаттар Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың даими комитеттары, шулай уҡ уларҙың һан һәм персональ составы тураһында Положение раҫланы.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бөтәһе туғыҙ комитет ойошторолған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе һәм уның урынбаҫарҙарынан башҡа бөтә депутаттар ҙа даими комитеттар составына инә. Комитеттар рәйестәре, рәйес урынбаҫарҙары кандидатуралары Парламент фракциялары тәҡдиме буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тарафынан тауыш биреүгә индерелде.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитетты Владимир Нагорный етәкләй. Уның беренсе урынбаҫары – Гөлнара Ғәлимова, урынбаҫары итеп Сергей Мережко тәғәйенләнгән.
Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе – Фәрит Ғүмәров. Беренсе урынбаҫары – Виктор Гурьев, урынбаҫарҙары - Фәнит Моратбакиев һәм Ринат Нагаев.
Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе – Рөстәм Ишмөхәмәтов. Беренсе урынбаҫары - Шамил Вәлиев, урынбаҫары – Юнир Ҡотлоғужин.
Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет рәйесе – Рузалия Хисмәтуллина. Урынбаҫарҙары - Илһам Ғәлин һәм Юрий Рудаков.
Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет рәйесе – Алексей Шмелев. Беренсе урынбаҫары – Эльза Мансурова. Төп эшмәкәрлектән айырылмайынса вәкәләттәрен башҡарыусы урынбаҫарҙар – Денис Назаров һәм Тимур Хәкимов.
Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе – Александр Андреев. Беренсе урынбаҫары – Елена Родина. Урынбаҫары – Флүр Нурлығаянов. Төп эшмәкәрлектән айырылмайынса вәкәләттәрен башҡарыусы рәйес урынбаҫары - Юлай Ҡыҙрасов.
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе – Илшат Вәзиғәтов. Беренсе урынбаҫары – Раил Әбдрәхимов. Урынбаҫары – Руфина Шаһапова. Төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса рәйес урынбаҫарҙары – Тимур Ғилмийәров һәм Вадим Соколов.
Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе – Айбулат Хажин. Беренсе урынбаҫары - Рөстәм Әхмәҙинуров. Урынбаҫары – Заһир Хәкимов. Төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса рәйес урынбаҫары – Аделина Заһиҙуллина.
Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе – Салауат Харасов. Беренсе урынбаҫары - Шамил Тимербулатов. Төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса рәйес урынбаҫары – Валентин Павлов.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫарҙары вазифаһында Илшат Тажетдинов, Тамара Танһыҡҡужина һәм Салауат Хөсәйенов эшләйәсәк.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: gsrb.ru/ru/press-center