

Өфө ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы рәйесе итеп һайланды. Шулай итеп, ул ойошманың тарихында әлегә иң йәш етәксеһе булып тора.
Ратмир Мәүлиев был вазифала Ҡазан ҡалаһы мэры Илсур Метшинды алмаштырҙы. Бындай ҡарар 6 октябрҙә Пермдә үткән Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ағзаларының отчет-һайлау дөйөм йыйылышында ҡабул ителде.
Ратмир Мәүлиев, Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы рәйесе булыу – ғорурлыҡ та, ғәйәт ҙур яуаплылыҡ та, тип билдәләне. Ул үҙенә һәм бөтә Өфөгә күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт әйтте.
- Ошо трибунанан дуҫым һәм өлкән иптәшем Илсур Рәйес улына (Метшинға) рәйес вазифаһында һөҙөмтәле эшләгәндәре, рәйес урынбаҫарҙарына һәм Идара ағзаларына байтаҡ закон сығарыу башланғыстарын федераль кимәлгә күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ Игорь Анатольевич Комаровҡа (Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил) Ассоциация менән даими хеҙмәттәшлеге һәм һәр яҡлап ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Ратмир Мәүлиев.
Ассоциация Волга буйы федераль округының муниципаль берәмектәрен берләштерә һәм уларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һөҙөмтәлерәк тормошҡа ашырыу өсөн эшмәкәрлекте координациялай. Өфө уның составына 2015 йылда инде. Бөгөн Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы - 14 миллиондан ашыу кеше йәшәгән 26 ҡала. Ассоциацияның үҙендә билдәләүҙәренсә, әлеге ваҡытта ҡала хужалығының иң проблемалы мәсьәләләрен хәл итеү буйынса мәғлүмәтте һәм эш методикаларын ваҡытында уртаҡлашыу айырыуса мөһим.
Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы составына ингән ҡалаларҙы бер нисә юбилей саралары берләштерә: түбәнге Новгородтың 800 йыллығы һәм быйыл Пермдең 300 йыллығы, Чебоксарҙың 555 йыллығы һәм, әлбиттә, киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығы.
Ассоциация рәйесе өс йылға сикләнмәгән һанда ҡабаттан һайланыу хоҡуғы менән һайлана. Был ваҡыт эсендә ул ултырыштар алып бара, Идара ҡарарҙарына ҡул ҡуя, Ассоциацияның бөтә бүлексәләренең эшен координациялай.
Был вазифала Ратмир Мәүлиев Ассоциацияның потенциалын асыуҙы һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе башҡа ҡалаларға таратыуҙы үҙенең маҡсаты тип атай.
Фото: vk.com/ratmir.mavliev