

Октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың юғары вазифаға һайланыуына биш йыл тула. Бер йыл самаһы ул вазифаны ваҡытлыса башҡарҙы, аҙаҡ республикабыҙ халҡы күпселек тауыш менән уға өҫтөнлөк бирҙе. Был осор Башҡортостан өсөн дә, етәксебеҙҙең үҙе өсөн дә ниндәй булды? Ошо ҙур булмаған юбилей ваҡиғаһы алдынан Башлыҡтың эшмәкәрлегенә байҡау яһарға йөрьәт иттек.
Тыныс йылдар тыныс булдымы икән?
Төптән уйлаһаң, Радий Фәрит улы властағы ваҡытының тәүге ике йылын ғына “тыныс” үткәрҙе. Әлбиттә, шул тиклем ҙур, ҡеүәтле республикаға, дүрт миллиондан ашыу халҡы булған төбәккә, етәкселек итеүҙе тыныс эш тип атау дөрөҫ тә түгелдер. Тик 2020 йылдан алып башланған хәл-ваҡиғаларҙы байҡап сыҡһаң, был фекер менән ризалашырға була.
Власҡа килеү менән энергияһы ташып торған етәксе бер аҙ “йоҡомһораған” республиканы уятып ебәрҙе. Иң тәүге айҙарҙа уҡ ул баш ҡаланың төп проблемаһының береһе – йәмәғәт транспорты тармағында тәртип урынлаштыра башланы. Күркәм республикабыҙҙы тағы ла матурыраҡ итеү өсөн төҙөкләндереү эштәре киңәйтелде. Шул саҡта барыбыҙ ҙа уның матурлыҡ, таҙалыҡ яратҡанын күрҙек. Баш ҡала ғына түгел, ә башҡа ҡалалар, район үҙәктәре һәм хатта ауылдар ҙа ил кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, биләмәләрен төҙөкләндереүгә аҡса ота башланы, бөгөн улар танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Республикала “Башҡортостан ихаталары”, подъездарҙы капиталь ремонтлау кеүек программалар эшләй башланы. Радий Хәбиров тәүге көндәрҙән үк “кешеләр уңайлы һәм матур урында йәшәргә тейеш” тигән фекер әйтте. Тирә-яғың матур булғанда ғына, күңел дә көрәйә, эштәр ҙә ыңғай бара. Һөҙөмтәлә, хәҙер беҙҙә төҙөклөк артты. Ремонт яһалған һәр ихата балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә уңайлы, ә иң мөһиме – хәүефһеҙ.
Ә күпме парк, скверҙар булдырылды һәм яңыртылды?! Уларҙың күптәрен танырлыҡ та түгел. Нисәмә йыл буйы машиналар ҡуйыу урыны булып торған Совет майҙанын һуңғы йылда күргәнегеҙ бармы? Унда Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа иҫ китмәле мөһабәт һәйкәл ҡуйылды. Балаларҙы ҡыуандырып фонтан эшләй. Янында патриотик һәм башҡа матур саралар үтә, хәрбиҙәр яуға оҙатыла һәм ҡаршы алына. Был урынға ысын мәғәнәһендә йән өрөлдө. Әйткәндәй, тап Радий Фәрит улының тырышлығы менән тарихи ғәҙеллек тантана итте һәм арҙаҡлы генералыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Парктарға әйләнеп ҡайтҡанда, хәҙер улар Өфөнөң һәр районында ла тиерлек яңыртылды. Сипайловолағы “Ҡашҡаҙан” паркында йырлаусы һәм бейеүсе фонтан эшләй, төҙөкләндерелгән был урындан кеше өҙөлмәй. Ошо көндәрҙә яңыртылған Аксаков баҡсаһы асыла. Димдә, Затонда, Черниковкала... Әллә ни ҙур булмаған майҙансыҡтар ҙа яңы төҫ алды һәм реконструкция эштәре дауам итә. Үрҙә әйтелгәнсә, был эш Өфөлә генә түгел, ә тотош республикала бара.
Яңы саҡырыуҙар яңы ҡараш талап итте
Ошолай бар тирә-яҡты матурлап, үҫешкә ҙур пландар ҡороп йәшәгәндә, 2020 йыл килде. Ә уның менән бергә бар донъяны һәм халыҡты тетрәндергән, быға тиклем булмаған саҡырыуҙар менән коронавирус тигән инфекция башланды. Өс йыл буйы беҙҙе хәүефле пандемия һынаны, һәм бөгөн дә, кешелек уны еңеп сыҡты тип әйтеп булмай әле. Инфекцияға ҡаршы көрәш бар тармаҡтарға ла зыян килтерҙе. Иҡтисад, социаль өлкә ҡатмарлы шарттарҙа эшләне, медицина тармағы күп көстө алды. Кешеләр билдәһеҙ вирус алдында баҙап ҡалды, сирләнеләр, эштән киттеләр, өйҙәренә бикләнделәр. Әммә республика етәкселеген былар ҡурҡытманы. Тиҙ генә иҡтисадты вирусҡа ҡаршы көрәш яғына борҙолар һәм мөмкин булғанса эшмәкәрлекте дауам иттеләр. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталдәр төҙөнөк, халыҡтың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн бар көстө һалдыҡ. Аҙаҡ Башҡортостан миҫалында күп кенә төбәктәр шундай уҡ объекттар төҙөнө, беҙҙең тәжрибәне өйрәнде. Рәсәй төбәктәрендә сикләүҙәр арҡаһында күрһәткестәр кәмегән саҡта, беҙ үҙебеҙҙекен күтәрергә тырыштыҡ һәм ҡайһы бер тармаҡтарҙа алға сыҡтыҡ.
Был афәтте инде еңеп сығып, еңел тын ала ғына башлағайныҡ, йәнә донъя кимәлендә сәйәси хәл-ваҡиғалар ҡыҙҙы. Илебеҙгә янаған хәүефте туҡтатыр өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Украина ерендә махсус хәрби операция башларға мәжбүр булды. Әлбиттә, был һәр саҡ үҙенсә генә булғанын яратҡан АҠШ-ҡа, Көнбайыш Европа илдәренә оҡшаманы һәм Рәсәй иңенә һынауҙар төштө.
Донъяның ярайһы уҡ өлөшө илебеҙгә ҡаршы булған саҡта, быға тиклем сит илдәр менән әүҙем эшләгән, инвестициялар йәлеп итеп, иҡтисадын үҫтергән Башҡортостан да санкциялар баҫымында ҡалды. Тик был да ҡул ҡаушырып ултырыу өсөн сәбәп булманы. Радий Хәбиров үҙенең идара итеү командаһына яңыса эшләргә, яңы партнерҙар табырға ҡушты. Һәм улар табылды ла. Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, ғөмүмән, БДБ илдәре менән эш бығаса булмағанса әүҙемләште. Беҙ Ҡытайға йөҙ бора башланыҡ, төрөктәр менән эшмәкәрлекте әүҙемләштерҙек. Һөҙөмтә бар, республика әле һаман инвестициялар йәлеп итеүҙе тотороҡло алып бара. Күрше төбәктәрҙән, сит илдәрҙән яңынан-яңы инвесторҙар табыла, улар беҙҙең республикала ҙур проекттар башларға ҡурҡмай. Быйыл да яңы заводтар, етештереү цехтары асылды, бизнес-миссиялар ойошторолдо, ҙур-ҙур килешеүҙәр төҙөлдө. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең ҡеүәтле иҡтисадыбыҙ аяғында ныҡлы баҫып тора.
Быйыл йәй Өфө ҙур сара ҡабул итте, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы үтте. Был хоҡуҡ Башҡортостанға тик торғандан бирелмәне, әлбиттә. Беренсенән, ошо ил менән яйға һалынған бәйләнештәр, әүҙем иҡтисади эшмәкәрлек һәм дуҫтарса хеҙмәттәшлек булһа, икенсенән, республика юғары кимәлдәге саралар үткәрә белә. Һөҙөмтә булараҡ, беҙҙә Беларусь менән партнерлыҡта заводтар һәм етештереүҙәр асыла, уртаҡ инвестиция проекттары үҫешә. Хатта Башҡортостан урмандарында Беларусь зубрҙары йәшәй башланы.
Ә беҙҙә үҫеш!
Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән төбәктәрҙең инвестициялар йәлеп итеү рейтингында һуңғы йылдарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә башланы. 2021-2022 йылдарҙа бишенсе урында булһаҡ, быйыл һөҙөмтәләрҙе йәнә яҡшырттыҡ һәм дүртенсе урынды яуланыҡ. Эксперттар аңлатыуынса, Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингы – республика етәкселеге эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе. Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәге идара итеү командаһының заманса эшлекле мөхит булдырыуҙағы уңыштарын билдәләне.
Нисек кенә булмаһын, махсус хәрби операция яңы һынауҙар ҡуйҙы. Рәсәйгә хәүеф янағанда Башҡортостан халҡы ситтә ятып ҡала алманы, әлбиттә. Егеттәребеҙ доброволецтар тупланған батальондарға ла берләште, өлөшләтә мобилизациянан да ситтә ҡалманы. Республикабыҙҙан контракт нигеҙендә илебеҙҙе һаҡларға теләгәндәр артты. Батальондар “Башҡортостан” полкына берләште. Бөгөн унда беҙҙең егеттәрҙән ҡурҡып торалар. Батыр, ҡыйыу хәрбиҙәребеҙ араһында Рәсәй Геройҙары, юғары хәрби наградаларға лайыҡлы булғандар бик күп. Радий Хәбиров даими рәүештә шәхсән үҙе махсус хәрби операция биләмәһенә бара, яугирҙәр менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшә.
Республика етәкселеге, хәрбиҙәр матур хеҙмәт итһен, өйҙәгеләр өсөн тыныс булһын тип, уларҙың ғаиләләрен, балаларын үҙ ҡанатына алды. Башҡортостан Башлығы ҡарары менән бөгөн республикала хәрбиҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә 30-ҙан ашыу ярҙам төрө күрһәтелә. Уларҙың ҙур өлөшө балалы ғаиләләргә ҡағыла. Ул да булһа – белем биреү учреждениеларында бушлай туҡланыу, унда сиратһыҙ урынлаштырыу, юл йөрөү, колледждарҙа дәүләт иҫәбенә уҡыу, балаларҙың һаулығын нығытыу һәм башҡалар. Ярҙам саралары араһында сүп-сарҙы сығарыу өсөн түләмәү, ҡайһы бер төр һалымдарҙан азат ителеү, “Һөт кухняһы” ризыҡтарынан файҙаланыу, газ үткәреү өсөн сертификаттар ҙа бар.
Көндәлек бурыстар үтәлә
Көнбайыш Европаның ҡайһы бер илдәренең санкциялары беҙҙең бик күп матур пландарға ҡамасау булды, әлбиттә. Әммә көндәлек бурыстарыбыҙ онотолманы. Дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә. Республика ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы ла туҡтатманы. Мәҫәлән, ҡасандыр башлап ташланған Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы. Һис шикһеҙ, проект бик ҙур һәм тейешле сығымдар талап итә. Тик Радий Фәрит улы бер тотонғас, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, проектты туҡтатманы. Ошо арала ул файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Ғөмүмән, юлдарҙы, күперҙәрҙе ремонтлау киң ҡолас алды. Баш ҡалала юлдар киңәйтелә, был хәүефһеҙлек һәм тығындарҙы бөтөрөү өсөн кәрәк. Кешеләр ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итә, сөнки шунһыҙ үҫеш булмаясаҡ. Өфө – Стәрлетамаҡ юлы яҡтыртылды, бында авариялар кәмене. Башҡортостан М-12 федераль трассаһы төҙөлөшөндә лә ҡатнаша.
Башҡортостанда өлкән йәштәге кешеләргә иғтибар артты. Радий Фәрит улы улар республиканы, илде, донъяны барып күрһен тип тырыша. “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты ҙур популярлыҡ менән файҙалана, уның ярҙамында төбәктә өлкән йәштәгеләр өсөн танып белеү программаларында, физкультура-һауыҡтырыу һәм ял сараларында ҡатнашыуға 2 мең һумлыҡ сертификаттар барлыҡҡа килде. Хәҙер беҙҙең пенсионерҙар ошо программаның “Туризм” йүнәлеше буйынса бик әүҙем сәйәхәт итә башланы. Тәүҙә улар баш ҡалаға йәки республиканың төрлө ҡыҙыҡлы һәм матур урындарына бара ала ине. Быйылдан иһә программа тағы ла киңәйҙе. Хәҙер беҙҙең пенсионерҙар сит илдәргә лә сыға башлай. Программа бөгөндән Беларусь Республикаһында ғәмәлдә. Яҡын арала Абхазияға, Ҡаҙағстанға сәфәрҙәр ойошторолор тип көтөлә, был турала әле һөйләшеүҙәр алып барыла.
Беҙҙе хәҙер таныйҙар
Радий Фәрит улы Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә генә түгел, донъяла танылыу яулаған төбәккә әйләндереү өсөн тырыша. Ошо маҡсатта һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың йөҙөн билдәләрлек, үҙебеҙгә генә хас саралар, ҙур форумдар үтә башланы. Быйылғы йәй-көҙ мәлендә ойошторолғандарын ғына алып ҡарайыҡ. “Китап байрамы”, “Әйҙә, уйнарға!”, “Башҡорт аты”. Тәүге ике ҙур байрам Өфөнөң үҙәгендә, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙанда өс-биш көн дауамында барҙы. Был көндәрҙә унда йөҙәр мең самаһы өфөләр һәм ҡунаҡтар килде. Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта файҙалы, кәрәкле саралар үтте. Уларҙа ҡатнашҡан кешеләр әле һаман йылы иҫтәлектәр һаҡлай һәм киләһе байрамдарға ла барырға теләй. Эйе, төбәк етәксеһе башланғысы менән улар республикала йыл һайын үткәреләсәк.
“Башҡорт аты” сараһы ла республикабыҙ брендына әйләнеп өлгөрҙө. Быйыл унда башҡорт тоҡомло аттар патент алды. Радий Фәрит улы Башҡортостандың үҙенсәлекле, башҡаларҙа булмаған яҡтарын күрә һәм унан бренд яһай белә. Баймаҡ районында үткән был сараға бик күп төбәктәрҙән ҡунаҡтар, ҡатнашыусылар килде. Улар республикабыҙға һоҡланып таралды.
Радий Хәбиров — илебеҙҙәге көслө, тәжрибәле, абруйлы сәйәсмәндәрҙең, төбәк башлыҡтарының береһе. Был һүҙҙәр халыҡ-ара кимәлдәге рейтинг агентлыҡтарының баһалары, йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәктәренең тикшеренеүҙәре менән әленән-әле дәлилләнеп тора.
Радий Хәбировтың тәүге ҡатмарлы биш йылы уның компетентлығын, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүен раҫланы. Уға ышаныс һәм ихтирам артҡандан-арта. Ғөмүмән, Башҡортостан етәксеһенән уңды. Уға ошо эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА