Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Октябрь 2023, 14:10

Хөкүмәт һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Республиканың иң яҡшы полиция участка уполномоченныйы 100 мең һум аласаҡ.

Хөкүмәт һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙыХөкүмәт һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы
Хөкүмәт һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2023 йылда “Башҡортостан Респрубликаһында иң яҡшы полиция участка уполномоченныйы”, “Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иң яҡшы инспектор”, “Административ күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы инспектор” һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Конкурстар ыңғай тәжрибәне таратыу, полиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ кимәлен өҙлөкһөҙ камиллаштырыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында полиция участка уполномоченныйы хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары алдынан уларҙы матди дәртләндереү өсөн үткәрелә.

Почетлы исемдән тыш, аҡсалата приз фонды ҡаралған икенсе урын  – 75 мең һум, өсөнсө урын яулағандар 50 мең һум күләмендә дәртләндереү призы аласаҡ.

Мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/agnazarov.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас