

"Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды" 2023 йылдың 23 октябренән 15 ноябргә тиклем контракт төҙөгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 100 мең һум өҫтәмә түләү булдыра.
Бының өсөн ҡаланың меценаттары һәм хәйриә ойошмалары аҡса бүлә. Документ пакеты Фондтың рәсми сайтында баҫыласаҡ.
Был мәсьәләләр буйынса Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 85-се йорт адресы буйынса Өфөнөң Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон: +7 (347) 215-15-70, +7 (347) 215-16-70.
Яңыраҡ Оборона министрлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға эш хаҡын арттырыуҙарын белдерҙе, индексация менән бергә уның минималь база күләме 210 һум буласаҡ.
Фото: "Башҡорт батальоны" төркөмөнән.