Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Октябрь 2023, 15:20

Рәсәй Конституцияһының 30 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ

Ойоштороу комитетын Башҡортостан Башлығы етәкләй.

Рәсәй Конституцияһының 30 йыллығын билдәләйәсәкбеҙРәсәй Конституцияһының 30 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ
Рәсәй Конституцияһының 30 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың 25 октябрендә "Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул итеүҙең 30 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһында"ғы 325-се бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, ойоштороу комитетын Башҡортостан Башлығы етәкләй.

Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән. 2020 йылдың 1 июлендә халыҡ тауыш биреүендә уға үҙгәрештәр индерелде. Ошо уҡ йылдың 15 ғинуарында Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Конституцияға илдең дәүләт ҡоролошондағы сәйәси үҙгәрештәргә, шулай уҡ өҫтәмә социаль гарантияларға ҡағылышлы үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Дин, ғаилә, тарихи хәтер кеүек төшөнсәләр айырым билдәләнә. Рәсәйҙең Конституция суды бындай үҙгәрештәрҙең законлылығын раҫланы.

Башҡортостан Конституцияһы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителгән.

Фото: Башинформ.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас