Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Октябрь 2023, 12:15

Йәмәғәтселәр һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре КПРФ депутатын тәнҡитләй

Коммунист артисты “Тыуған илдең һатлыҡйәне” тип атаны... 

Йәмәғәтселәр һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре КПРФ депутатын тәнҡитләйЙәмәғәтселәр һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре КПРФ депутатын тәнҡитләй
Йәмәғәтселәр һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре КПРФ депутатын тәнҡитләй

Башҡортостандың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәтселәр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың КПРФ партияһынын депутаты Юнир Ҡотлоғужиндың яҡташыбыҙ һәм донъя балеты йондоҙо Рудольф Нуриевтың “шәхес культы менән көрәшергә” тигән башланғысы буйынса фекерҙәрен әйтте. Коммунист артисты “Тыуған иленең һатлыҡйәне” тип атаны.

“Бындай “эшмәкәрҙәр” урынында мин юҡ-бар фекерҙәремде әйтмәҫ инем. Ҡасандыр Генрих Гейне әйтеүенсә, карликтарға великандар ҡәберҙәре буйлап шыуышыу килешмәй. Рудольф Нуриев – республикабыҙҙың, илебеҙҙең визит карточкаһы. Уның сәнғәте һәм башҡарыуы арҡаһында башҡа илдәрҙә йәшәгән кешеләр Өфө, Башҡортостан тураһында белә”, – тине Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй художество академияһының почетлы академигы Хәтип Фазылов.

“Йәмәғәтселек иғтибарын кешенең һәләтен һәм классик сәнғәткә индергән өлөшөн һыҙып ташлап, шәхси тормошона йүнәлтергә тырышыу, минеңсә, донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарына бер яҡлы һәм дөрөҫ булмаған ҡараш”, – тине Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов.

“Һәр ваҡыт ысын дошмандар менән көрәшеү хаҡ эш тип иҫәпләнде, ә уларҙы үлгәндәр араһынан эҙләү түгел. Рудольф Нуриев – тәү сиратта бөтә донъяға ватан балет сәнғәтен данлаған кеше. Көнбайышта тороп ҡалғас та, ул бер ваҡыт та үҙенең тамырҙарын онотмаған, атайсалына ҡайтып йөрөгән”, – ти билдәле балерина, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова.

“Владимир Спиваков һөйләгәйне: бер концертта ул Нуриев менән бер гримеркала булған һәм сығышынан һуң Рудольф Хәмит улы ошондай һүҙҙәр әйткән: “Ну, нисек беҙ башҡорттар?! Булдырабыҙ!” Уның өсөн Башҡортостан һәр ваҡыт тыуған ере булып ҡалды, ул уны хәтерләне, ҡайтты һәм килегеһе килеп торҙо. Башҡортостанда балет һәм уның исеме араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйырға була”, – ти Милли симфоник оркестр директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Назиуллин.

“Нуриев бер ҡасан да үҙенең иленә ҡаршы бер интервью ла биргәне булмаған. Киреһенсә, һәр ваҡыт үҙенең тәүге ижади аҙымдарын тик Рәсәй арҡаһында эшләй алдым тип әйткән. Әгәр кешеләр уның ижады һәм биографияһы менән таныш түгел икән, беҙ оҫталыҡ дәрестәре ойоштора йәки ағартыусы мәҙәниәт сәғәттәре үткәрә алабыҙ”, – тине З. Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илмар Әлмөхәмәтов.

“Бөгөн ҡулдарына ҡорал тотоп илебеҙҙе махсус хәрби операция биләмәһендә яҡлаусы “Сибай” ансамбле бейеүселәре Нуриев ижадында тәрбиәләнде. Улар ысын патриоттар. Һәм минең хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған улым да уның ижадынан илһам ала ине. Әгәр Юнир Ғәлимйән улы ысын патриот икән, улы менән бергә доброволец булып илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яҡларға МХО-ға барһын”, – тине Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Сибай” бейеү ансамбле репетиторы Лариса Хатмуллина.

Был башланғысты тәүҙә парламент спикеры Константин Толкачев тәнҡитләне. Тыуған ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта КПРФ беҙ ғорурланған арҙаҡлы кешене бысраҡҡа ҡойондороуҙан яҡшыраҡ нәмә уйлап таба алманы тине. Ә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең КПРФ-тан урынбаҫары Вадим Старов әйтеүенсә, фракция был мәсьәләне алдан тикшермәгән булып сыҡты.

Фото: culture.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас