Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Ноябрь 2023, 15:00

100-сө ылауҙы оҙаттылар

Радий Хәбиров: "Республика алты көн һайын гуманитар колонналар ебәрә тип иҫәпләнек. Ярҙам йыйыуҙа бик күп яҡташтарыбыҙ ҡатнаша".

100-сө ылауҙы оҙаттылар100-сө ылауҙы оҙаттылар
100-сө ылауҙы оҙаттылар

8 ноябрҙә Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына, Запорожье өлкәһенә исемле ирекле батальондар, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре һәм мобилизацияланған хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам менән иҫәп буйынса 100-сө автоколонна ойошторолдо. Гуманитар ылауҙы оҙатыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда бөтәһе 26 йөк машинаһы теҙелде. Улар йөк һәм еңел автомобилдәр, мобиль мунсалар, төҙөлөш һәм ағас материалдары, утын, “буржуйка” мейестәре, селтәр-рабица, бензин бысҡылар, генераторҙар, спутник антенналары, иретеп йәбештереү аппараттары, инструменттар, маскировка селтәрҙәре, газ плитәләре, хужалыҡ-көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, дарыуҙар һәм туғандарынан посылкалар алып китте. Шулай уҡ Запорожье өлкәһе Благовещенка ауылы мәктәбе өсөн Өфөнөң Киров районы дәреслектәр һәм китаптар әҙерләгән.

“Торатау” конгресс-холында Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының маҡтау грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән йөк машиналары водителдәренә, шулай уҡ предприятиелар вәкилдәренә, республика халҡына тапшырҙы.

– Беҙ бергәләп яугирҙәребеҙҙең рухын күтәрәбеҙ, уларҙың көнкүрешен уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итәбеҙ. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә республиканың, уларҙың яҡындарының, барыбыҙҙың да беҙҙең уйҙарыбыҙ, йөрәктәребеҙ менән бергә булыуын тойоу мөһим. Республика халҡы хеҙмәт иткән ирекмәндәр батальондары һәм подразделениелары командирҙары менән даими аралашам. Барыһы ла республикабыҙҙың ярҙамын тойоуын билдәләй. Һәм уның ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләйҙәр, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Донбассҡа гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ташыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

– Республика алты көн һайын гуманитар колонналар ебәрә тип иҫәпләнек. Ярҙам йыйыуҙа бик күп яҡташтарыбыҙ ҡатнаша. Улар селтәрҙәр бәйләй, быҡтырылған ит әҙерләй, машиналарҙы ремонтлай, мунсалар эшләй. Был эштә ҡатнашҡан Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт. Шулай уҡ колонналарҙы туплаған һәм уларҙы Донбассҡа алып барған республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ихтирам һүҙҙәрен әйтәм. Һәр кемдең ҡулын ирҙәрсә ҡыҫам, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республика Башлығы оҙон юлға сыҡҡан водителдәргә һәм оҙатыусыларға уңышлы юл теләне.

Белешмә: Башҡортостандан Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы өсөн дөйөм ауырлығы 75 тонна булған гуманитар йөк тейәлгән тәүге автоколоннаны 2022 йылдың 4 мартында оҙатылды. Автопоезд аҙыҡ-түлек, тәүге кәрәк-яраҡ саралары, сәнәғәт тауарҙары: генераторҙар, насостар, мотопомпалар һәм башҡа күп нәмәләр алып барҙы.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: bashkortostan.er.ru

100-сө ылауҙы оҙаттылар
100-сө ылауҙы оҙаттылар
100-сө ылауҙы оҙаттылар
100-сө ылауҙы оҙаттылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас