

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 2023 йылдың декабрендә үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеүҙең 30 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе.
– Конституция – ул юғары юридик ғәмәлгә эйә булған дәүләттең Төп Законы. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин, граждандар, власть органдары һәм институттар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы положениеларын яҡшы белергә, аңларға һәм әүҙем ҡулланырға тейеш, тип белдерҙе. Дәүләтебеҙ лидерының һүҙҙәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ла ҡағыла тип әйтһәм, яңылышмайым, – тип билдәләне ултырышта Константин Толкачев.
Ойоштороу комитеты Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеүҙең 30 йыллығына арналған саралар планы проекттарын тикшерҙе. Улар араһында тантаналы йыйылыш, Бөтә Рәсәй “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына - 30 йыл: хоҡуҡи потенциал һәм яңы өҫтөнлөктәр” фәнни-ғәмәли конференцияһы, уҡыусылар араһында интеллектуаль уйындар циклы, мәктәптәрҙә дәрестән тыш саралар, атап әйткәндә, хоҡуҡи диктант, йәштәр палатаһында парламент дебаттарын үткәреү, тематик күргәҙмәләр ойоштороу. Саралар республиканың барлыҡ муниципалитеттарында үтәсәк.
Фото: gsrb.ru.