Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Ноябрь 2023, 13:40

Полиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Быйыл улар туғыҙ айҙа ғына 20 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән дүрт меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡлаған.

Полиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылдыПолиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды
Полиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Өфөлә Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ҡануниәтте камиллаштырыу, хоҡуҡ һаҡлау органдарының матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу өсөн күп эштәр башҡарылды, тип билдәләне Хөкүмәт Рәйесе.

– Быйыл туғыҙ айҙа ғына һеҙ 20 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән дүрт меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡланығыҙ. Һеҙ ойошҡан енәйәтселеккә (ойошҡан енәйәт төркөмдәрендә ҡатнашыусылар тарафынан ҡылынған 390 енәйәт), наркотиктар менән сауҙа итеүгә (2363 наркотик һатыу факты), коррупцияға (1159 енәйәт асыҡланған) ҡаршы торорға тырышаһығыҙ. Санкция баҫымы, илдең технологик суверенитетын тәьмин итеү шарттарында иҡтисади хәүефһеҙлекте һаҡлау айырым әһәмиәткә эйә, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Премьер-министр бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендәге уңыштарға иғтибар итте, уларҙың һаны 11 процентҡа кәмегән. Юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булғандар һаны туғыҙ процентҡа кәмегән, был юлдарҙа аварияларҙы кәметеү, автомобиль йөрөтөүселәрҙең яуаплылығын һәм мәҙәниәтен арттырыу йәһәтенән һөҙөмтәле эшләү һөҙөмтәһе, тип өҫтәне Хөкүмәт Рәйесе.

– Дөйөм алғанда, республика Хөкүмәте хоҡуҡ һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Дәүләт программаһы сиктәрендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәү системалары, Экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге өсөн махсус ҡорамалдар һатып алына, Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығының матди-техник базаһы нығытыла, юл-патруль хеҙмәте өсөн яңы автомобилдәр һатып алына. Полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы беҙ һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәрен бүләкләү өсөн финанслауҙы хәл иттек, – тип сығыш яһаны Хөкүмәт Рәйесе.

Андрей Назаров, бындай эш артабан да дауам ителәсәк, тип билдәләне. Ул полиция хеҙмәткәрҙәренә республикаға һәм илгә хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте, күптәр үҙҙәренең һөнәри байрамында дәүләт мәнфәғәттәрен, кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын яҡлауын билдәләне.

Законлылыҡты нығытыуҙа һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙәге уңыштарын таныу билдәһе итеп, Премьер-министр ҡулынан 13 кеше юғары республика наградаларына, шул иҫәптән генерал Шайморатов ордендары һәм миҙалдарына, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” маҡтаулы исеменә, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау грамоталарына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас