

“Оло йәштәмен. Баш ҡалала фатирҙа йәшәйем. Күсемһеҙ милекте туғаныма ҡалдырыу өсөн васыятнәмә яҙғым килә. Ошо хаҡта аңлатһағыҙ ине.
Ф. МОРАТОВА”.
– Илебеҙҙә үҙе иҫән саҡта васыятнамә яҙҙырып ҡалдырыусылар һирәк, сөнки үҙенең вафатынан һуң нимә булырын артыҡ уйлап бармайҙар. Шуға һеҙҙең был уй-ниәтегеҙ яҡшы, сөнки һәр ғәмәлде ваҡытында атҡарыу фарыз.
Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, был документтың иҫән сағығыҙҙа яҙылып ҡуйыуы, әлбиттә, яҡшы. Әммә шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: мираҫ менән бәйле суд эштәре күп. Шуға васыятнәмәне дөрөҫ яҙырға һәм нотариуста теркәтеү зарур.
Ә закондарға күҙ һалһаҡ, фатир хужаһы яҡты донъя менән хушлашҡан осраҡта ярты йыл эсендә мираҫты ҡабул итеү өсөн нотариаль контораға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда ғариза яҙырға тейеш булаһығыҙ.
Автор фотоһы.