

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылды илдә “Ғаилә йылы” тип иғлан итте. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.
"Ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында 2024 йылда Рәсәйҙә Ғаилә йылын үткәрергә ҡарар итәм”, — тиелә документта.
Бынан тыш, Рәсәй Президенты Хөкүмәткә 27 декабргә тиклем Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға, уның составын раҫларға һәм уны үткәреү буйынса төп сараларҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушты. Ойоштороу комитеты рәйесе итеп Вице-премьер Татьяна Голикова тәғәйенләнде.
Фото: скриншот