

Рәсәй Президенты Владимир Путин асыҡ булырға тейешле мәғлүмәттең составын һәм күләмен үҙҙәре билдәләргә хоҡуҡлы Рәсәй хужалыҡ йәмғиәттәре исемлеген раҫланы. Исемлеккә 46 компания ингән, шул иҫәптән Башҡортостандан ике предприятие – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы (“Роснефть” компанияһына инә) һәм “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (“Башнефть” компанияһына ҡарай).
Президенттың 27 ноябрҙәге указында ул “АҠШ-тың һәм уға ҡушылған дәүләттәрҙең һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың халыҡ-ара хоҡуҡҡа ҡаршы килгән һәм дуҫтарса булмаған ғәмәлдәренә яуап итеп кисекмәҫтән саралар күреү кәрәклеге менән бәйле” ҡабул ителгән тип яҙылған.
Исемлеккә индерелгән компаниялар, әгәр уларҙы биреү бизнесҡа йәки мәғлүмәт бирелгән кешеләргә ҡарата сикләүҙәр тыуҙырыу хәүефе булһа, ниндәй мәғлүмәттәрҙе асырға кәрәклеген үҙҙәре билдәләй ала. Әгәр компания мәғлүмәтте асмаһа, ул Рәсәй банкына был хаҡта белдереү ебәрергә бурыслы.
Фото: http://www.kremlin.ru/