Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Ноябрь 2023, 07:30

Өфөлә юридик форум уҙғарыла

Ул ике көн дауам итәсәк

Өфөлә юридик форум уҙғарылаӨфөлә юридик форум уҙғарыла
Өфөлә юридик форум уҙғарыла

30 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Өфөлә  9-сы Бөтә Рәсәй юридик форумы уҙғарыла. Был сара Рәсәйҙә Юрист көнөн байрам итеүгә арналған. Форум 30 ноябрҙә “Шәхси хоҡуҡ тураһында диалогтар” тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция менән башлана, уны Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы С.С. Алексеев исемендәге Шәхси хоҡуҡ тикшеренеү үҙәге ойоштора. Был ойошма гражданлыҡ ҡануниәте һәм шәхси хоҡуҡ өлкәһендә фәнни-тикшеренеү һәм белем биреү эшмәкәрлеген алып бара. Конференцияла ҡатнашыусылар гражданлыҡ-хоҡуҡ яуаплылығы һорауҙарын тикшерәсәк.

“Шәхси хоҡуҡ тураһында диалогтар” проектынының бурысы - шәхси хоҡуҡ идеяһын күтәреүҙе, цивилистик фәндә яңы исемдәр эҙләүҙе, Рәсәй ҡалаһының фәнни мәктәптәрендә тығыҙ аралашыуҙы ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя.

1 декабрҙә форум Рәсәй федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Советтың күсмә ултырышы менән дауам итәсәк.

Фото: Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡтан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас