Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Декабрь 2023, 08:10

Юристар көнө менән!

Тәбрикләү һүҙе менән РФ Именлек Советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Попечителлек советы рәйесе Дмитрий Медведев сығыш яһаны.

Юристар көнө менән!Юристар көнө менән!
Юристар көнө менән!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә юристарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. 

"Бөгөн Мәскәүҙә “Йыл юрисы” юғары юридик премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнаштым. Тәбрикләү һүҙе менән РФ Именлек Советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Попечителлек советы рәйесе Дмитрий Медведев сығыш яһаны.

Тарихи яҡтан Рәсәйҙә юрист һөнәре иң хөрмәтлеләрҙең һәм почетлыларҙың береһе һанала. Был эш ғәйәт ҙур яуаплылыҡ менән бәйле. Закондарҙың мотлаҡ үтәлеше тап юридик өлкә хеҙмәткәрҙәренән тора, тимәк, дәүләттең йәшәйеше һәм тулы көскә эшләүе лә.

3 декабрҙә Рәсәйҙә Юристар көнө билдәләнә. Байрамға IX быуатта уҡ нигеҙ һалына. Тап ошо көндә 1864 йылда суд уставтары һәм суд реформаһының нигеҙенә әйләнгән башҡа закондар сығарыу акттары серияһы ҡабул ителә, һәм 1917 йылға тиклем тап ошо көндө Рәсәй хоҡуҡ белгестәре үҙ һөнәри байрамдары тип иҫәпләй. 2008 йылда Рәсәй Президентының был һөнәри байрамды тергеҙеүе – хоҡуҡи дәүләтте һәм граждандар йәмғиәте институттарын нығытыуҙа юристарҙың айырым ролен таныу билдәһе.

Фемиданың ҡәҙерле хеҙмәтселәре, намыҫлы эшегеҙ, принципиаллегегеҙ, кешеләргә вайымлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм Ватаныбыҙ хаҡына уңыштар теләйем!" - тип яҙҙы ул. 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас