

1 декбарҙә Өфөлә уҙған “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында 17 декабрҙә Мәскәүҙә уҙасаҡ партияның съезында ҡатнашасаҡ делегацияның тулы составы раҫланды. Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы, Төбәк бүлексәһе Секретары Радий Хәбиров делегацияны етәкләйәсәк.
Сараға барасаҡ тағы ла 11 кеше һайланды: Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, партияның төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Шамил Вәлиев, Артур Ғәлиев, Стәрлебаш район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, Ҡариҙел районының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Зилә Ибраһимова, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева һәм Асҡын районының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Элина Ғарипова.
Шулай уҡ исемлеккә партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, партияның юғары советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, партияның Генераль Советы ағзалары – Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаев һәм партия яҡлыларҙың Башҡортостан төбәк советы рәйесе Яков Кугубаев, шулай уҡ партияның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһының транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин индерелгән.
Фото: bashkortostan.er.ru