Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Декабрь 2023, 18:45

Конституцияны белеү буйынса онлайн-конкурс 10 декабргә тиклем оҙайтылды

Башҡортостандан 473 меңдән ашыу кеше “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл - үҙеңде тикшер!” онлайн-конкурсында ҡатнашҡан.

Конституцияны белеү буйынса онлайн-конкурс 10 декабргә тиклем оҙайтылды
Конституцияны белеү буйынса онлайн-конкурс 10 декабргә тиклем оҙайтылды

Быйыл илдең Төп Законына – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 30 йыл тула. Юбилей датаһы алдынан “Берҙәм Рәсәй” партияһы онлайн-конкурс ойоштора, унда 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бынан тыш, бөтә ил буйынса төрлө тематик саралар үткәрелә. Башҡортостандан 473 меңдән ашыу кеше “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл - үҙеңде тикшер!” онлайн-конкурсында ҡатнашҡан.

– Башҡортостан халҡы конкурста әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булыуын иҫбатланы. 10 декабргә тиклем республикабыҙҙа тест үткәндәрҙең һаны тағы ла артыр һәм ярты миллион кеше сиген яулар тип ышанам, – тине төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе республика халҡына әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.

– Урындарҙа республиканың иң алыҫ райондарында йәшәүселәр өсөн ҡыҙыҡлы офлайн-саралар ойошторған, шулай уҡ кешеләргә конкурста ҡатнашырға мөмкинлек биргән партияның урындағы һәм беренсел бүлексәләренә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем, – тине Руслан Насретдинов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл” конкурсы – үҙегеҙҙе тикшерегеҙ!" онлайн-платформала (онлайн-платформе) үткәрелә. Ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә кәрәк. Ҡатнашыусыларға Конституция нигеҙҙәре тураһында 10 һорауға яуап бирергә тура киләсәк. Билдәләп үтәйек, система һорауҙарҙы осраҡлы һайлай, улар һәр ваҡыт төрлө. Тест үтеүгә 10 минут бирелә. Һынауҙа ҡатнашҡан бөтә ҡатнашыусылар ҙа электрон сертификат аласаҡ. Ә еңеүселәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәндәр араһынан билдәләйҙәр. Улар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: