

Федерация Советы Президент һайлауын 2024 йылдың 17 мартына тәғәйенләгән, палата бер тауыштан ҡарарҙы раҫлаған.
“Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙы 2024 йылдың 17 мартына тәғәйенләргә. Был ҡарар рәсми баҫылған көндән көсөнә инә”, — тиелә документта.
Конституция буйынса дәүләт башлығын һайлау Федерация Советының айырым вәкәләттәренә ҡарай.
Палата спикеры Валентина Матвиенко белдереүенсә, был ҡарар менән һайлау алды кампанияһына старт бирелә. Ул алдағы һайлау — мөһим сәйәси ваҡиға, ул күп йәһәттән Рәсәйҙең үҫеш йүнәлешен билдәләйәсәк, тип билдәләне.
Фото: vk.com/erbashkortostan.