Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Декабрь 2023, 12:00

Владимир Путин һайлауҙа ҡатнашасаҡ

Был турала ул бөгөн Рәсәй Геройҙары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Владимир Путин һайлауҙа ҡатнашасаҡВладимир Путин һайлауҙа ҡатнашасаҡ
Владимир Путин һайлауҙа ҡатнашасаҡ

Ил Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ДХР геройы Артем Жогаға яңы президент срогына үҙ кандидатураһын күрһәтеү тураһындағы пландары менән уртаҡлашты. Был  хаҡта РИА "Новости" хәбәр итә. 

Бөгөн Мәскәүҙә дәүләт башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Геройының “Алтын миҙалы” менән наградланы. Формаль булмаған һөйләшеүҙә Владимир Владимировичҡа “Спарта” батальоны командиры Артем Жога яңы срокка кандидатураһын ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт итте лә. Владимир Путин ризалашты.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Федерация Советы Рәсәй Президентын һайлау көнөн билдәләне, ул 2024 йылдың 17 мартында буласаҡ. Ә Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Элла Памфилова әйтеүенсә, ул өс көн 15-нән 17 мартҡа тиклем барасаҡ.

Владимир Путин дүрт тапҡыр Рәсәй Президенты вазифаһына һайланды - 2000, 2004, 2012 һәм 2018 йылдарҙа. Конституцияға төҙәтмәләр ҡабул ителгәндән һуң, ул 2024 йылғы һайлауҙа үҙ кандидатураһын күрһәтеү хоҡуғына эйә булды.

Фото һәм сығанаҡ: РИА "Новости". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас