

“Берҙәм Рәсәй” партияһының үҙәк башҡарма комитеты “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл - үҙеңде тикшер!” онлайн-конкурсына йомғаҡ яһаны. Ҡатнашыусылар һаны буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск, Ростов һәм Силәбе өлкәләре, Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Пермь крайы һәм Санкт-Петербург ҡалаһы.
Федерацияға – 30 йыл. Юбилей датаһы алдынан “Берҙәм Рәсәй” партияһы онлайн-конкурс ойошторҙо, унда 18 йәштән өлкән теләүселәр ҡатнашты. Бынан тыш, бөтә ил буйынса төрлө тематик саралар үтте.
– Тәү сиратта, онлайн-конкурста әүҙем ҡатнашҡандарҙың, илдең төп законын популярлаштырыуға йүнәлтелгән төрлө форматтағы саралар үткәргәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтергә теләйем. Партияның төбәк бүлексәһе булышлығында муниципалитеттар, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә 100-ҙән ашыу сара уҙғарыу, республиканың барлыҡ муниципаль райондары һәм ҡала округтары биләмәһендә онлайн-тест үтеү өсөн 400-ҙән ашыу майҙансыҡ ойоштороу мөмкин булды. Был лайыҡлы һөҙөмтә, унан һуң республикабыҙҙа 500 мең самаһы кеше йәшәй, – тине партияның төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл - үҙеңде тикшер!” конкурсы онлайн-платформала үткәрелде. Ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә, 10 минут эсендә Конституция нигеҙҙәре тураһында 10 һорауға яуап бирергә кәрәк. Тест үткән бөтә ҡатнашыусылар ҙа электрон сертификат алды.
Бынан тыш, “Берҙәм Рәсәй” Конституцияның 30 йыллығына мең ярымдан ашыу төрлө сара үтте: был “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр", мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн дәрестәр һәм лекциялар, викториналар, урындағы үҙидараның закондар сығарыу һәм вәкиллекле органдарына экскурсиялар һәм башҡа саралар.
Рәсәйҙә онлайн-конкурста бөтәһе 14 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.
Фото һәм мәғлүмәт сығанғы: bashkortostan.er.ru