

– Бангладеш менән тауар әйләнеше буйынса мөмкинлектәр бар, әммә әлегә һөҙөмтә түбән. Шуға күрә беҙ сауҙа өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, башҡа тармаҡтарҙа ҡыҙыҡлы мөмкинлектәр тәҡдим итеүгә бик шат булырбыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Мәҫәлән, беҙҙең республикала еңел сәнәғәт әүҙем үҫешә. Һәм беҙ тәжрибә алмашырға һәм был өлкәлә хеҙмәттәшлектең төрлө форматтарын тикшерергә әҙербеҙ.
Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек миҫалы итеп республика етәксеһе 2023 йылда Бангладеш менән эшләй башлаған "Башинком" предприятиеһы тәжрибәһен килтерҙе. Предприятие ауыл хужалығында ҡулланылған ашлама – фитоспориндың тәүге партияһын ебәргән дә инде.
Камрул Әхсән Радий Хәбировҡа йылы ҡаршылауҙары һәм хеҙмәттәшлекте арттырыуға булған ынтылыш өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ артабан да һеҙҙең республика менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә әҙербеҙ, – тине ул. – Әлегә беҙ һеҙҙән ашламалар алабыҙ, ә экспорт башлыса туҡымаға бәйле. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре менән артабан ниндәй йүнәлештәр буйынса үҫешеүҙе тикшерҙек.
Илсе мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу кәрәклегенә лә иғтибар итте.
– Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары бик көслө, – тине Камрул Әхсән. – Әммә Бангладешта был хаҡта әҙ беләләр. Һеҙгә башлыса уҡыу хаҡын тулыһынса түләй алған ғаиләләрҙең балалары уҡырға килә. Башҡа социаль категорияға ҡараған йәштәргә сит ил студенттары өсөн грант конкурстары ҡыҙыҡлы булыр ине.
Журналистар менән әңгәмәлә Камрул Әхсән Башҡортостанға төрлө өлкәләрҙәге юғары квалификациялы белгестәр ебәрергә әҙер булыуҙарын билдәләне.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti