

13 декабрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың яңы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының етенсе составтағы ағзалары менән осрашты.
Осрашыуҙы асып, төбәк етәксеһе палатаның элекке составына граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлау, йәмәғәт контролен формалаштырыу өсөн күп эштәр башҡарғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахмановты был вазифаға һайланыуы менән ҡотланы, ул етәкләгән Йәмәғәт палатаһының яңы һайланған ағзаларына уңышлы эш теләне, ҡатмарлы яуаплы өлкәлә бик ауыр ваҡытта эшләргә тура киләсәген билдәләне.
“Быны яҡшы аңларға кәрәк. Беҙҙең яугирҙәр әле нацизмға ҡаршы көрәшә, Ватанды һәм уның киләсәген яҡлай. Был шарттарҙа хәлде дөрөҫ баһалауығыҙ, әүҙем патриотик позиция биләүегеҙ минең өсөн мөһим”, – тине Радий Хәбиров.
– Йәмәғәт палатаһы заман саҡырыуҙарына яуап бирергә тейеш. Яңы шәхестәр, йәмәғәт хәрәкәттәренең сағыу вәкилдәре барлыҡҡа килә. Шуға күрә палата составы 60 процентҡа тиерлек яңыртылды. Махсус хәрби операция бара, Йәмәғәт палатаһы составына яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам иткән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ҙа инде. Дөйөм алғанда, палатаның оптималь составы формалашҡан, унда һәр кем – шәхес, һәр кемдең үҙ тарихы һәм ҡаҙанышы бар, тип иҫәпләйем, – тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына эйә булыуын иҫкә төшөрҙө һәм был инструментты әүҙемерәк ҡулланырға саҡырҙы.
– Һеҙҙең йәмәғәт контроле өлкәһендә етди вәкәләттәрегеҙ бар. Киләһе йылда Рәсәй Президентын һәм республикабыҙ Башлығын һайлау үтәсәк. Палата лайыҡлы йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусын әҙерләйәсәк, тип иҫәпләйем. Күптәрегеҙҙең төрлө башланғыстарҙы алға ебәреүҙә әүҙем партнерҙарыбыҙ булыуы мөһим. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙгә ярҙам итер өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Мәҫәлән, 2020-2023 йылдарҙа коммерцияға ҡарамаған ойошма проекттарына республика грант ярҙамы күләме 690 миллион һум тәшкил итте. Бөтә төбәктәр ҙә был маҡсатҡа ошондай сараларҙы йүнәлтә алмай. Был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, киләһе йылға ла бюджетта аҡса ҡаралды, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Республика етәксеһе Йәмәғәт палатаһының яңы составының эше һөҙөмтәле буласағына ышаныс белдерҙе.
– Һеҙҙең менән даими осрашырға, тәҡдимдәрегеҙ тураһында фекер алышырға әҙермен. Республикабыҙ өсөн файҙалы буласаҡ бөтә башланғыстарығыҙҙы хуплайым, – тине ул.
БР-ҙың Йәмәғәт палатаһының яңы етәксеһе Данияр Абдрахманов һүҙҙәренсә, палата составы 60 процентҡа яңыртылған.
– Беҙ барыбыҙ ҙа аңлы рәүештә Палатаға йәмғиәткә хеҙмәт итеү, республикабыҙ халҡына файҙа килтереү өсөн килдек. Был йөкләмәләрҙе үтәү өсөн һәр беребеҙгә тырышып эшләргә тура киләсәк. Ошо көндән алып беҙ граждандар һәм дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары араһында диалогты һәм үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итеүҙең өс йыллыҡ юлын башлайбыҙ. Граждандар йәмғиәте мәнфәғәтендә һәм Башҡортостан халҡы мәнфәғәтендә эш итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Данияр Мәүлийәр улы.
Ул палата эшенең бер нисә төп йүнәлешен билдәләне.
“Беҙҙең яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Граждандар форумын лайыҡлы үткәреү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Беҙҙең бурыс – уны социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырған йәмәғәт ойошмаларын һәм вайымһыҙ булмаған республика халҡын берләштергән майҙансыҡ итеү.
Муниципалитеттарҙа Йәмәғәт палаталарының ролен нығытыу һәм яҡлау беҙҙең төп эш йүнәлештәренең береһе булып ҡаласаҡ. Был ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә берҙәм координацияланған эш системаһын булдырыу өсөн мөһим аҙым. Муниципалитеттарҙағы коллегаларыбыҙ менән бергә 2024 йылғы һайлау кампанияларын йәмәғәт күҙәтеүе инфраструктураһы эшен ойошторабыҙ. Йәмәғәт палатаһы базаһында һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы эшләй. 2023 йылғы һайлау циклында ул уңышлы эш күрһәтте. 2024 йылдағы мөһим һайлауҙар ғәҙел һәм асыҡ үтһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Рәсәй Президенты 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Шуға күрә “Ата ҡаһарманлығы” республика йәмәғәт наградаһы лауреаттарын хөрмәтләү айырыуса әһәмиәткә эйә. Бүләк өсөн был юбилей йылы ла буласаҡ, һәм беҙгә иң яҡшы атайҙарҙы тағы ла киңерәк һәм тағы ла юғарыраҡ кимәлдә хөрмәтләү конкурсын, тантанаһын үткәрергә кәрәк.
Йәмәғәт контроле механизмдарын үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, йәмәғәт тормошоноң бөтә өлкәләре вәкилдәре менән даими бәйләнештә буласаҡбыҙ. Бөтә ижтимағи процестарға оператив яуап бирәсәкбеҙ, етди мәсьәләләрҙе өйрәнәсәкбеҙ, хәл итеү юлдарын тәҡдим итәсәкбеҙ һәм мөмкин булған “киҫкен” мөйөштәрҙе тигеҙләйәсәкбеҙ, – тип билдәләне Данияр Абдрахманов.
Сара аҙағында Радий Хәбиров йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ирекмәндәргә наградалар тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru