Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Декабрь 2023, 10:30

"Беҙгә Конституция рухында киләсәгебеҙҙе һайларға тура киләсәк"

Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларының 30 йыллығы менән ҡотланы

"Беҙгә Конституция рухында киләсәгебеҙҙе һайларға тура киләсәк""Беҙгә Конституция рухында киләсәгебеҙҙе һайларға тура киләсәк"
"Беҙгә Конституция рухында киләсәгебеҙҙе һайларға тура киләсәк"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының һәм Башҡортостан Конституцияһының 30 йыллығына арналған ултырыш барышында республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһаны.

Ултырыш алдынан төбәк етәксеһе республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто фойеһында тематик күргәҙмәләрҙе ҡараны. Күргәҙмәләге беренсе экспозицияға Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәрби хәрәкәттәр урынынан алып ҡайтҡан әйберҙәре ҡуйылған. Икенсе экспозиция үҙәгендә – СССР, РСФСР Һәм Башҡортостан Конституцияларының архив баҫмалары. Шулай уҡ бында Рәсәйҙә юридик фәнгә нигеҙ һалған Граф Михаил Сперанскийҙың эштәре, төрки телдәргә тәржемә ителгән 1918 йылғы Конституция һәм башҡорт телендә СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһы тәҡдим ителгән.

Ултырышты асып, Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларының 30 йыллығы менән ҡотланы, һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн парламентарийҙарға рәхмәт белдерҙе.

– Ошо көндәрҙә Рәсәй Һәм Башҡортостан Конституцияларының 30 йыллығын Ватаныбыҙҙың яңы тарихында мөһим ваҡиға булараҡ билдәләйбеҙ. Был дата илебеҙҙең сәйәси һәм иҡтисади көйләүҙәрен яңыртыу менән айырыуса әһәмиәтле. Күп полярлы донъяны формалаштырыуҙа Рәсәйҙең роле арта.

Беҙҙең конституциялар бик ҡатмарлы күсеш ваҡытында барлыҡҡа килә. Ул саҡта, 30 йыл элек, ил үҙ юлын эҙләй, үҙен хәҙерге демократик держава булараҡ яңынан яҡлай. Рәсәй Федерацияһының Төп законын ҡабул итеү яңы иҡтисади ҡоролоштоң, шәхси милектең, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың, граждандар йәмғиәте институттарының барлыҡҡа килеүенә табан мөһим аҙым була.

Ул саҡта, дәүерҙәрҙең өҙөлөүендә, 1993 йылда республика Юғары Советының Башҡортостан Конституцияһын ҡабул итеүе беҙҙең төбәктең Рәсәй Федерацияһының терәк субъекты статусын нығыта, быуаттар дауамында ул бөйөк күп милләтле ил менән бер яҙмышта йәшәй. Бөгөн төп закон Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һәм мәҙәниәтен, уларҙың дуҫлығын һәм ижтимағи татыулығын, тәбиғәтен һәм рухи мираҫын, ә иң мөһиме – Рәсәй Федерацияһының берҙәм хоҡуҡи өлкәһендә республика халҡының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлауҙы дауам итә.

Хәҙерге Башҡортостан ҡануниәтен әҙерләгәндәргә рәхмәтлебеҙ. Республиканың Конституция судының беренсе рәйесе Ирек Шәриф улы Мөҡсиновты айырыуса йылы иҫкә алабыҙ. Илдус Әнәс улы Әҙеһәмовҡа, Люция Шаһибал ҡыҙы Ғүмәроваға, Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәевҡа, Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиевҡа бик кәрәкле һәм яуаплы хеҙмәте өсөн ихлас рәхмәт әйтәбеҙ.

Ике йыл элек Республика көнөндә яңыртылған Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көсөнә инде. Ул киң фекер алышыуҙарҙан, граждандарҙан, профсоюздарҙан, кеше хоҡуҡтары буйынса Советтан һәм йәмәғәт ойошмаларынан килгән йөҙләгән тәҡдимдәрҙе анализлағандан һуң ҡабул ителә.

Күп йылдар Башҡортостан Дәүләт Думаһына индерелгән закондар сығарыу башланғыстары һәм ҡабул ителгән федераль закондар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидер булып тора.

Алдағы, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы эшенең йомғаҡтары буйынса республикабыҙҙа ҙур айырма менән – беҙҙең инициатива буйынса ҡабул ителгән федераль закондар һаны буйынса беренсе урын. Улар беҙҙә 13.

Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин Конституция гаранты, масштаблы үҙгәртеп ҡороуҙар инициаторы булып тора. Кешеләр быны күрә, яҡшы аңлай. Тап шуға күрә республика һайлаусыларының күпселеге дәүләт башлығы тәҡдим иткән төҙәтмәләр өсөн тауыш бирҙе. Президенттың бындай ярҙамы һаҡланып ҡалыуҙан тыш, көсәйәсәк тә, тип ышанам.

Алда – яңы һайлауҙар. Беҙгә Конституция рухында киләсәгебеҙҙе һайларға тура киләсәк – тыныс, ышаныслы, йылдарға алға табан үҫешеү.

Закондар сығарыу һәм конституцион эшмәкәрлектең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләгәндә, бер нисә төп моментты билдәләйем.

Беренсеһе – бөгөнгө ҡатмарлы, тиҙ үҙгәреүсән шарттарҙа конституцион ҡоролоштоң нигеҙҙәрен ышаныслы һаҡлауҙы дауам итеү, йәмәғәт татыулығын нығытыу, республикала граждандар йәмғиәте институттарына ярҙам итеү мөһим.

Икенсеһе – яҡын киләсәккә республиканы үҫтереү буйынса бөтә стратегик пландарыбыҙ һәм башланғыстарыбыҙ Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы әҙерләнергә һәм тормошҡа ашырылырға тейеш.

Өсөнсөһө – илдең закондар сығарыу базаһы даими камиллаша, был бик динамик процесс. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына был яңылыҡтарға тиҙ арала яуап бирергә һәм төбәк ҡануниәтен камиллаштырырға кәрәк.

Һәм тағы. Йәмғиәтте провокацион башланғыстарҙан һаҡларға, кешеләрҙе тормошҡа ашмаҫлыҡ вәғәҙәләр менән яңылыш юлдан яҙҙырмаҫҡа кәрәк. Һәр депутат республикабыҙ иҡтисады һәм социаль өлкәһе үҫеше тураһында мәғлүмәтте тәрән белергә, һайлаусылар, бөтә кимәлдәге власть органдары менән коммуникациялар төҙөй белергә тейеш. Кешеләр беҙгә ышанһын өсөн, һәр ҡалала һәм һәр ауылда тормошто яҡшыртыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ.

Хөрмәтле дуҫтар!

Башҡортостан бөгөн үҙенең тормошон Конституция менән сағыштырып, алға табан мөһим аҙымдар яһай. Күп осраҡта шуның арҡаһында республика алға бара, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сыға, еңеү өсөн барыһын да эшләй. Ул һәр яңы көндө иман һәм оптимизм менән ҡаршылай.

Барыбыҙға ла, хөрмәтле коллегаларыбыҙға, емешле эш, ә республикабыҙға – сәскә атыуын теләйем! – тине Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шулай итеп, Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов – Халыҡтар Дуҫлығы ордены, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Владимир Иванович Спеле - Салауат Юлаев ордены, Михаил Евгеньевич Бугера, Люция Шаһибал ҡыҙы Ғүмәрова, Людмила Ивановна Рәхмәтуллина, Евгений Леонидович Слепнев, Хәлил Асҡат улы Тимершин “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.  

Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы мөдире Фәрит Хәтип улы Ғәлиев, Башҡортостан Республикаһы Конституция советы рәйесе урынбаҫары Владимир Михайлович Крылов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының Башҡортостан Республикаһы Конституция советы эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса бүлек мөдире урынбаҫары Гүзәл Рәмил ҡыҙы Аббазоваға,  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының ойоштороу тәьминәте һәм фракциялар менән эшләү буйынса бүлек мөдире урынбаҫары Алена Анатольевна Меньшиковаға Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Ултырышты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Фото: glavarb.ru, Башинформ.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас