Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь 2023, 09:30

Мөһим ҡиммәттәр яңғыраны

Гүзәл заттың роленә, йәмғиәттә уның статусын нығытыуға ҙур иғтибар бүлгән йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, минең өсөн ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау төп һәм үҙгәрмәүсе өҫтөнлөктәр булып тороуын ишетеү мөһим ине, ти Гөлнур Ҡолһарина. 

Мөһим ҡиммәттәр яңғыраныМөһим ҡиммәттәр яңғыраны
Мөһим ҡиммәттәр яңғыраны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда ҙур өлөш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға арналды. Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина үҙ фекерен әйтте.

“Башҡортостан Башлығының әлеге Мөрәжәғәтнамәһе бер нисә төп пункт буйынса әһәмиәтле. Әлеге хәлде иҫәпкә алып, Радий Фәрит улы Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ҙур иғтибар бүлде. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә күп көс һалыуҙарын барыбыҙ ҙа күрәбеҙ. Башлыҡтың, был яҡшы һәм мөһим эш, уны баш һәм күңел менән башҡарырға кәрәк, тигән һүҙҙәрен ҡабатлайым. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы ла ошо юҫыҡта эшләй. Беҙҙең төп принциптар – хәстәрлек, хөрмәт, ғәҙеллек. Мөрәжәғәтнамәлә тыуған яғына ҡайтҡан ветерандарыбыҙҙы артабан социалләштереүгә, эшкә урынлаштырыуға һәм реабилитациялауға айырым иғтибар бүленде.  Бының өҫтөндә планлы рәүештә эшләйәсәкбеҙ, дөйөм алғанда, республикала система яйға һалынған

Бөгөн яңғыраған тағы бер мөһим тезис – яңы саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан – республиканың үҫеш темптары кәмемәй. Унан  бигерәк, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса билдәле уңыштарға өлгәшелде, беҙгә уны һаҡларға һәм арттырырға кәрәк. Бында Башҡортостандың һәр гражданының роле мөһим.

Гүзәл заттың роленә, йәмғиәттә уның статусын нығытыуға ҙур иғтибар бүлгән йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, минең өсөн ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау төп һәм үҙгәрмәүсе өҫтөнлөктәр булып тороуын ишетеү мөһим ине. Тап ныҡлы ғаилә – һәр йәмғиәттең төп нигеҙе", - тине ул.

Фото: шәхси архивтан. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас