Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь 2023, 12:00

Мөһим әйберҙәр тураһында ҡыҫҡаса

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәнән һуң журналистар менән аралашты. 

Мөһим әйберҙәр тураһында ҡыҫҡасаМөһим әйберҙәр тураһында ҡыҫҡаса
Мөһим әйберҙәр тураһында ҡыҫҡаса

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағандан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Унан яугиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү нисек дауам итәсәк тип һоранылар.

– Беренсенән, МХО-ға һәм яугирҙәргә ярҙам итергә теләһәк, иҡтисадыбыҙ яҡшы эшләргә тейеш. Шуға күрә беҙ иҡтисадты нигеҙ итеп ҡуябыҙ. Ул эшләй. Беҙҙең мөмкинлек бар һәм беҙ ярҙам итәсәкбеҙ. Ярҙамға килгәндә, бөгөн беҙҙә 39 сара ғәмәлдә. Ныҡлы ярҙам каркасы булдырҙыҡ тип иҫәпләйем. Әле бурыс яңы саралар уйлауҙа түгел, ә булғанын анализларға һәм нығытырға, – тине ул. – Беҙҙең ярҙам туҡтамай, 105 гуманитар ылау ебәрҙек һәм был дауам итәсәк.

Башлыҡтан санкция баҫымы шарттарында Хөкүмәттең иҡтисади блогы нисек эшләйәсәк тигән һорау бирҙеләр.

– Санкция баҫымы дауам итә һәм артабан да дауам итергә оҡшай. Кәмендә, барыһы ла яу яланында хәл ителгәнсегә тиклем. Үҙебеҙ өсөн төп партнерҙарҙы билдәләнек тә инде. Беҙ әүҙем эшләгән илдәр - Беларусь, Ҡаҙаҡстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре – ағымдағы бурыстарҙы үтәү өсөн беҙҙә етерлек.

Беҙ 110-дан ашыу ил менән сауҙа алып барабыҙ һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырабыҙ. Әммә тап мин һанап киткән дәүләттәргә баҫым яһалды. Унда кооперация һәм интеграция кимәле тәрәнерәк. Шуға Хөкүмәт 2024 йылдың мартына тиклем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү стратегияһын тәҡдим итер тип һөйләштек.

Минең ҡарашҡа, беҙ ҙур предприятиелар етәкселәрен тышҡы баҙарға сығыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәттек. Сөнки бындағы аҡса һәм ундағы аҡса – төрлө әйберҙәр. Әгәр барыһын да дөрөҫ эшләһәк, унда килем кимәле юғарыраҡ буласаҡ. Шуға күрә беҙ уларҙы быға этәрәбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә экспортер предприятиелар һанын ике тапҡырға арттырҙыҡ, тип әйткәйнем инде. Был һәйбәт күрһәткес.

– Кисә Евросоюз һеҙ ингән яңы санкция исемлеген раҫланы. Һеҙ был яңылыҡты нисек ҡабул иттегеҙ? – тигән һорау ҙа яңғыраны журналистар тарафынан.

– Миңә кисә был ҡарарҙы ебәрҙеләр. Беренсенән, унда компания һәйбәт һәм унда булыуы оят түгел. Ләкин ысынында иһә – был насар. Был халыҡ-ара аренала үҙеңде ғәҙелһеҙ тотоу. Мин үҙем тураһында һөйләмәйем. Санкцияға йәнә бер нисә предприятие эләкте, санкцияларға кешеләр эләккән. Берәй заман был санкциялар менән эпизод бик аҡыллы булмаған кешеләрҙең аҡылһыҙ сәйәсәте тип ҡабул ителер тип уйлайым. Евросоюзда – 27 ил, ә донъяла – 200 самаһы, – тине ул.

2024 йылда Өфө өлгөлө булырмы тигән һорау яңғыраны.

– Һуңғы биш йылда Өфөлә Өлфәт Мансур улы Мостафин, Сергей Николаевич Греков һәм Ратмир Рәфил улы Мәүлиев көсө менән билдәле бер таҙалыҡ һәм тәртип стандарттарын әҙерләнек, тип ышаныслы әйтә алам. Был ябай булманы. Төрлө ҡарарҙар ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, минеңсә, юғары стандарттар бар. Беҙ үләндәрҙе сабырға, ҡарҙан таҙартырға, ихаталарҙы тәртипкә килтерергә өйрәндек. Был – ҙур эш күләме. Өфө үҙенең юбилейына, һис шикһеҙ, тәрбиәле, матур булып киләсәк.

Быйыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү йылы иғлан ителде. Радий Фәрит улы был йылды нисек итеп күреүе тураһында һөйләне.

– Асыҡтан-асыҡ әйтәм, был иҫәпкә бик күп фекер алышыуҙар уҙғарҙыҡ. Нимә булыр? Беренсеһе – был хаҡта әйттем инде – норматив-хоҡуҡи, ойоштороу, финанс каркасын актуалләштерергә кәрәк. Ике аҙна элек Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышын үткәрҙек. Мин бындай ултырыштарҙы 2019, 2020 һәм 2021 йылдарҙа уҙғарҙым. 2019 йылдан алып ҡайһы бер мәсьәләләр һаман һуҙылып килә, тип билдәләнем. Әммә улар – хәл итерлек. Бары ҡайҙалыр бюрократия бар, ҡайҙалыр эшләп еткермәйбеҙ. Шуға күрә киләһе йылда ошо йәһәттән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышырбыҙ тип уйлағайныҡ. Был хоҡуҡи база, һыҙыҡ өҫтөнә алам. Ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген ҡараясаҡбыҙ, ҡайһы берәүҙәрҙең иҫкергән булыуы ихтимал, бәлки, яңылары кәрәктер.

Киләһе йылда Өфөлә “үҙенсәлекле” балалар өсөн “Салют” реабилитация үҙәген асасаҡбыҙ. Был ҙур ярҙам буласаҡ. Уның беҙҙең ярҙам сараларына нисек ҡушылыуын ҡараясаҡбыҙ. Беҙҙең бурыс – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кеше һәйбәт һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алһын өсөн инклюзив мөхит булдырыу. Бының өсөн кешеләрҙең баштарын һәм күңелдәрен асырға кәрәк, был йәһәттән беҙ шөғөлләнәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас