Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Декабрь 2023, 13:55

Повесткаларҙы электрон формала ебәрә башлаясаҡтар

Президент апрелдә хәрби бурысы булғандарҙың берҙәм реестрын, электрон повесткаларҙы һәм улар буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгән өсөн яңы сикләүҙәрҙе булдырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Повесткаларҙы электрон формала ебәрә башлаясаҡтарПовесткаларҙы электрон формала ебәрә башлаясаҡтар
Повесткаларҙы электрон формала ебәрә башлаясаҡтар

Президент Владимир Путин Оборона министрлығына хәрби иҫәпкә ҡуйыуҙы тәьмин итергә, шулай уҡ электрон повесткалар төҙөү буйынса эш башларға ҡушты. Дәүләт башлығының йөкләмәләр исемлеге Кремль сайтында баҫылған.

2024 йылда көҙгө саҡырылыш ведомство берҙәм хәрби иҫәп реестрын һәм дөйөм ҡулланылыштағы көн тәртибе реестрын файҙаланып үткәрелергә тейеш. Был хаҡта докладты Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу 2024 йылдың 1 ноябренә тиклем тапшырырға тейеш. Шулай уҡ Оборона министрлығы 2024 йылдың 15 ғинуарына дәүләт мәғлүмәт системаһын индереү һәм үҫтереү менән шөғөлләнәсәк подразделение булдырырға тейеш.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм Оборона министрлығына повесткаларҙы электрон формала формалаштырыу һәм йүнәлтеү буйынса эште ойошторорға ҡушылды. Бынан тыш, ведомстволар граждандарға повесткалар реестрында шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш.

Шулай уҡ министрлыҡтарға граждандарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыуҙы яйға һалыу һәм хәрби комиссариатҡа шәхсән килмәйенсә унан сығарыу, шулай уҡ саҡырылыштан кисектереүҙе автоматик раҫлау йөкмәтелә. Оборона министрлығының һәм Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы эше тураһында докладты 2024 йылдың 15 ғинуарына тиклем әҙерләргә ҡушылды.

14 апрелдә Владимир Путин хәрби бурысы булғандарҙың берҙәм реестрын, электрон повесткаларҙы һәм улар буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгән өсөн яңы сикләүҙәрҙе булдырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы законға ҡабул ителгән төҙәтмәләр хәрби иҫәп системаһын һанлаштырыуҙы күҙ уңында тота һәм повесткалар тапшырыу нормаларына үҙгәрештәр индерә. Хәҙер хәрби бурысты үтәүселәргә повесткалар яҙма формала ебәрелә һәм электрон формала ҡабатлана. Повесткаларҙың юридик көсө бер төрлө буласаҡ.

Быйыл майҙа һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев, хәрби бурысы булғандар реестры 2023 йылдың көҙгө саҡырылышына эшләй башлаясаҡ, тип белдерҙе. Реестрҙы тулыландырыу өсөн власть органдарынан, ойошмаларҙан һәм граждандарҙан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә хәрби комиссариаттар яуаплы. Мәғлүмәттәр тәүлек әйләнәһенә яңыртыла. Атап әйткәндә, реестрҙа паспорт, СНИЛС, йәшәү урыны, ғаилә хәле һәм балаларҙың булыуы, башҡа илдәрҙең гражданлығы тураһында мәғлүмәт һәм башҡалар күрһәтелә.

Фото сығанағы: kremlin.ru, Артём Геодакян.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас