

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
“Хөрмәтле республика халҡы! Үҙем һәм бөтә депутаттар корпусы исеменән һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!
Конституция республикабыҙҙың мөһим документы, бөтә ҡануниәттең идея нигеҙе булып тора. Унда закон өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙең төп принциптары нығытыла, социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәре билдәләнә.
30 йыл элек, ил һәм республика өсөн бик ауыр ваҡытта, дәүерҙәрҙең һынылышында, төп законды ҡабул итеү дәүләтселекте нығытыуҙа, йәмғиәтте туплау һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ышаныслы хоҡуҡи механизмдар булдырыуҙа ҙур роль уйнаны. Конституция граждандарҙың киң хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын гарантиялай, ижтимағи үҫештең, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡтың, гражданлыҡ килешеүенең ныҡлы нигеҙе булып тора.
Үткән тиҫтә йылдар төп закондың республикала йәшәгән бөтә халыҡтарҙың тарихи, милли һәм рухи традицияларын, мәҙәниәттәрен һәм телдәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә юғары әһәмиәтен раҫлай. Уның положениеларына таянып, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә ынтылабыҙ, динамик үҫеш юлына баҫабыҙ.
Һәр беребеҙҙең гражданлыҡ бурысы - тыуған республикабыҙҙың төп документын белеү, хөрмәт итеү һәм унда һалынған нормаларға һәм дөйөм милли ҡиммәттәргә эйәреү. Конституция положениеларына нигеҙләнеп, беҙ һеҙҙең менән теләһә ниндәй һынауҙарҙы лайыҡлы үтә аласаҡбыҙ, киләсәккә ышаныслы ҡарай аласаҡбыҙ һәм теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә аласаҡбыҙ”.
Фото: vk.com/photos