Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Ғинуар 2024, 03:30

Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыу буйынса ойоштороу эше дауам итә

Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путинды яҡлап уның Үҙәк һайлау штабына Рәсәйҙең тағы 13 төбәгенән ҡултамғалар килгән. Бынан алда ирекмәндәр штабҡа 45 төбәктән ҡултамғалар тапшырған.

Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыу буйынса ойоштороу эше дауам итәРәсәй Президенты һайлауын уҙғарыу буйынса ойоштороу эше дауам итә
Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыу буйынса ойоштороу эше дауам итә

Ғинуар башында Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының 147-се ултырышы үтте.

Кампания барышы тураһында

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова 2024 йылдың 1 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидаттар күрһәтеү ваҡыты тамамланыуын иҫкә төшөрҙө. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттар күрһәтеү менән бәйле саралар үткәреү тураһында бөтәһе 33 белдереү килгән:

туғыҙ – сәйәси партияларҙан, 24 – үҙ-үҙен күрһәтеү тураһында белдергән граждандарҙан.

Уларҙың 15-е Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырған: сәйәси партиялар съездарында күрһәтелгән туғыҙ кандидат һәм алты үҙ-үҙен күрһәткән кеше.

“Кандидатлыҡҡа дүрт дәғүәсе ҡануниәт талаптарын тулыһынса үтәй алманы һәм улар тәҡдим иткән документтарҙа шул тиклем тупаҫ хаталар бар ине, Үҙәк һайлау комиссияһы был кандидаттарҙың вәкәләтле вәкилдәрен теркәүҙән баш тартырға мәжбүр булды”, – тине Элла Памфилова.

Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидаттарҙы теркәү тураһында

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Людмила Маркинаның докладын тыңлап, Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Леонид Слуцкийҙы (ЛДПР) теркәргә ҡарар иткән.

Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Антон Лопатин тәҡдиме буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Владислав Даванковты (“Яңы кешеләр”) теркәргә ҡарар иткән.

Элла Памфилова ике кандидатҡа ла билдәләнгән өлгөләге теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырған.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы “РӘСӘЙ КОММУНИСТАРЫ КОММУНИСТИК ПАРТИЯҺЫ” сәйәси партияһының вәкәләтле вәкилдәре итеп ете кешене теркәгән.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Сергей Малинковичтың финанс мәсьәләләре буйынса бер вәкилен теркәгән. Шулай уҡ Үҙәк һайлау комиссияһы Сергей Малинковичҡа һайлау фондын булдырыу өсөн махсус һайлау иҫәбен асырға һәм һайлаусыларҙың ҡултамғаларын йыйыуға тотонорға рөхсәт иткән.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Сергей Бабуриндың финанс мәсьәләләре буйынса бер вәкилен теркәгән.

Башҡа һорауҙар

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев тәҡдиме буйынса Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусыларға Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына теркәлгән кандидаттар, кандидаттар күрһәткән сәйәси партиялар тураһында мәғлүмәт биреү буйынса саралар комплексын раҫланы.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Наталья Бударина территориаль, округ һәм участка һайлау комиссияларын ойоштороу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәргә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Комиссия ағзалары был тәҡдимде хупланы.

Үҙәк Һайлау комиссияһы ағзаһы Эльмира Хәймурзинаның докладын тыңлап, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы участка комиссиялары составы резервын булдырыу Һәм участка комиссиялары составы резервынан участка комиссияһының яңы ағзаһын тәғәйенләү тәртибенә үҙгәрештәр индерергә ҡарар итә.

Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путинды яҡлап уның Үҙәк һайлау штабына Рәсәйҙең тағы 13 төбәгенән ҡултамғалар килгән. Бынан алда ирекмәндәр штабҡа 45 төбәктән ҡултамғалар тапшырған.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы Владимир Путинды президентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтеү өсөн ҡултамғалар йыйыусылар һанын арттыра.

5 ғинуарға ҡарата  бөтә ил буйынса 19 меңдән ашыу ирекмән ҡултамғалар йыя. Бөтә ирекмәндәр ҙә партияның төбәк башҡарма комитеттары базаһында уҡый, тип белдерҙе партияның Генераль Советы секретары Андрей Турчак.

Фото: http://www.cikrf.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас